Нәзифә Ҡадирова— Башҡортостандың эстрада йырсыһы, Башҡорт АССР-ының халыҡ, Татарстандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Нәзифә Жәүәт ҡыҙы Ҡадирова 1954 йылдың 13 Учалы районы Ахун ауылында тыуған.
Нәзифә мәктәптә уҡығанда уҡ йырлай башлай. 1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, уны Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада төркөмөнә эшкә алалар.
Нәзифә Ҡадированың ире — билдәле спортсы, боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса күп тапҡырҙар донъя чемпионы Ғабдрахман Ҡадиров 1993 йылда вафат булды.
Башҡорт сәхнәһендә беренсе аҙымынан уҡ үҙ тамашасыһын таба. Бәхти Ғайсин, Ридик Фәсхетдинов, Азат Айытҡоловтар менән эшләй. Репертуарында лирик һәм эстрада, башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары.
Нәзифә Ҡадироваға Рим Хәсәновтың «Мандолина» йырынан һүң киң танылыу килә. Был йыр менән ул 1979 йылда «Ғүмергә йыр менән» (урыҫса «С песней по жизни») Бөтә Союз телевизион конкурсында сығыш яһай. Йәш йырсы тыңлаусыларҙы үҙенең моңло һәм бай тембрлы тауышы, сағыу гүзәл ҡиәфәте менән арбай.
Алдағы йылда ул «Совет йырҙарын башҡарыусыларҙың Бөтә Союз конкурсы» «Сочи-80»-дә тағы ла уңыш яулай, бәйге дипломына лайыҡ була.
Артабан ил буйынса популярлыҡ ҡаҙана барған йырсы Советтар Союзының танылған сәхнә оҫталары Людмила Гурченко, Иосиф Кобзон, Валерий Леонтьев, Лев Лещенко, Мөслим Мағамаев, Роза Рымбаева, Ренат Ибраһимов, Надежда Чепрага, Леонид Серебрянников, Ксения Георгиади һәм башҡалар менән бергә илдең баш ҡалаһындағы «Рәсәй» кино-концерт залында, Мәскәү филармонияһының П. И. Чайковский исемендәге концерт залында чыгыш ясый. Үҙ репертуарына билдәле композиторҙар Владимир Шаинский, Ян Френкель, Микаэл Таривердиев, Сергей Саульский, Давид Тухманов, Евгений Мартыновтың киң таралған йырҙарын индерә.
1979 йылда «Мелодия» фирмаһы Нәзифә Ҡадырова башҡарыуында йырҙар тупланған диск сығара.
Нәзифә Ҡадирова Польша, Монголия, Германия, Дания, Һиндостан, Шри-Ланка, Италия, Швеция, Австрия һәм башҡа сит илдәр тамашасыһының алҡыштарына лайыҡ була. Ә Төркиәлә 1993 йылда үткән фестивалдә «Алтын банан» премияһын яулай.
Юғары башҡарыу оҫталығы өсөн Нәзифә Ҡадироваға 1987 йылда «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» тигән юғары исем бирелә, 1994 йылда ул Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
Нәзифә Ҡадирова билдәле композитор Салауат Низаметдиновтың урыҫ телендә ижад иткән «Половинки» («Яртылар») мюзиклында йырлай, 2001 йылда шул авторҙың «Звезда любви» («Мөхәббәт йондоҙо») рок-операһында (шулай уҡ урыҫ телендә) төп партияны башҡара.
2005 йылда йырсыға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Ул шулай уҡ Татарстан Республикаһының да атҡаҙанған артисы (1996).
2014 йылда сәхнә оҫтаһы Башҡортостан Республикаһының «Халыҡтар дуҫлығы» ордены менән наградланды.