Яңылыҡтар архивы

Хужаларҙың ихласлығы хайран итте

Хужаларҙың ихласлығы хайран итте

Четверг, 01 августа 2013
Сәсәндәр төйәге Әбйәлил районының Үтәгән ауылында йор телле, шиғри күңелле кешеләр йәшәүе тураһында ишеткәнем бар ине. Был фекерҙең дөрөҫлөгөнә Асҡар һәм Үтәгән китапханалары хеҙмәткәрҙәре Рәхимә Мусина менән Гөлфирә Йәһүҙина ойошторған “Беҙ үҙебеҙ — үтәгәндәр, беҙ үҙебеҙ — сәсәндәр!” тигән кисәнең шаһиты булараҡ инандым.
"ЙӘШТӘР ЙЫЙЫНЫ-2013"

"ЙӘШТӘР ЙЫЙЫНЫ-2013"

Четверг, 01 августа 2013
 2-4 августа “СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕНЕҢ БАШҠОРТ ЙӘШТӘРЕ ИТТИФАҒЫ” төбәк йәмғиәт ойошмаһы актив ҡарашлы башҡорт йәштәрен, бигерәк тә, башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен "ЙӘШТӘР ЙЫЙЫНЫ-2013" исемле башҡорт йәмәғәт ойошмалары форумында ҡатнашырға саҡыра.
Ер аҫты үткәүелендә картина галереяһы барлыҡҡа килеүе ихтимал

Ер аҫты үткәүелендә картина галереяһы барлыҡҡа килеүе ихтимал

Среда, 31 июля 2013
Был ҡыҙыҡлы идея менән Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары Павел Краснов һәм Регина Вәхитова сығыш яһаған. Проектҡа ярашлы, унда республиканың йәш рәссамдарының һәм фотографтарының иң уңышлы эштәре ҡуйыласаҡ. 
Иҙел башы төҙөкләнә

Иҙел башы төҙөкләнә

Среда, 31 июля 2013
“Ирәмәл” тәбиғәт паркында биләмәне төҙөкләндереү һәм туризм өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу дауам итә. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре әйтеүенсә, был парктың үҫемлектәрен һәм йәнлектәрен һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.
Салауат Низаметдиновты һуңғы юлға оҙаттылар

Салауат Низаметдиновты һуңғы юлға оҙаттылар

Вторник, 30 июля 2013
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, билдәле композитор Салауат Низаметдинов менән хушлашыу тантанаһы үтте. 
Ете трамвайҙы урынынан ҡуҙғата алған

Ете трамвайҙы урынынан ҡуҙғата алған

Вторник, 30 июля 2013
Үткән шәмбелә «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» титулын нисәмә йылдар буйы йөрөткән Эльбрус Ниғмәтуллин сираттағы донъя рекордын ҡуйҙы. Ул бер үҙе 7 трамвай вагонын урынынан ҡуҙғата алды.
Ун йыл үткәс...

Ун йыл үткәс...

Понедельник, 29 июля 2013
Салауат Юлаев эҙҙәренән тәүге журналист экспедицияһында ҡатнашыусылар батыр һәйкәле янында тиҫтә йылдан һуң тағы ла осрашты. Ҡулдарына ҡыҙыл ҡәнәферҙәр тотҡан бер төркөм журналист өсөн был тулҡынландырғыс мәл ине.
«Йөрәгемдә - ауылым» фильмы төшөрәләсәк

«Йөрәгемдә - ауылым» фильмы төшөрәләсәк

Пятница, 26 июля 2013
Август айында Ейәнсура районының Мәзит ауылында ҡыҫҡа метражлы «Йөрәгемдә - ауылым» фильмы төшөрөләсәк. Проекттың режиссеры Рәфис Ҡойбағаров, сценарий авторы Фәниә Юланова булып тора.
Фотоһөйөүселәр иғтибарына!

Фотоһөйөүселәр иғтибарына!

Пятница, 26 июля 2013
 
Бал байрамына рәхим итегеҙ!

Бал байрамына рәхим итегеҙ!

Пятница, 26 июля 2013
27 июль Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында Бал байрамы үтәсәк. Был ваҡиға район умартасылары һәм бөтә был татлы ризыҡты һөйөүселәр өсөн оло шатлыҡ!
Ғашиҡтар эскәмйәһе күптәрҙе бәхетле итһен!

Ғашиҡтар эскәмйәһе күптәрҙе бәхетле итһен!

Четверг, 25 июля 2013
Үткән аҙнала Сибай ҡалаһында ғашиҡтар эскәмйәһе барлыҡҡа килде. Романтик эскәмйә Мәжит Ғафури исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында урынлаштырылған.
Осто сая бөркөт...

Осто сая бөркөт...

Четверг, 25 июля 2013
Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класында эшләү дәүерендә күпме ҡурайсы әҙерләп сығарғанмындыр, иҫәбе-һанын белмәһәм дә, уларҙың һәр береһе күҙ алдымда, һәр береһе күңелемдә үҙ урынын алған.
Йәйге залға рәхим ит

Йәйге залға рәхим ит

Среда, 24 июля 2013
“Мега” сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың йәйге уҡыу залы асылды.
«Гөлдәр» өлгөлө бейеү ансамбленең ҙур ҡаҙанышы

«Гөлдәр» өлгөлө бейеү ансамбленең ҙур ҡаҙанышы

Среда, 24 июля 2013
Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә урынлашҡан «Гөлдәр» өлгөлө ансамбле (етәксеһе – Луиза Яхина) тәрбиәләнеүселәренә үҙҙәренең йәйге каникулдарын Францияла үткәреү бәхете тейҙе.
Беҙҙе социаль селтәрҙәр аша табырға мөмкин!

Беҙҙе социаль селтәрҙәр аша табырға мөмкин!

Вторник, 23 июля 2013
Башҡортостандың мәҙәни тормошо менән ҡыҙыҡһынаһығыҙ икән, социаль селтәрҙәр аша беҙҙең яңылыҡтарға яҙылығыҙ. 
Боронғо биҙәүестәр табылды

Боронғо биҙәүестәр табылды

Вторник, 23 июля 2013
Илеш районындағы Ҡыпсаҡ ауылы эргәһендә Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы һәм Һамар дәүләт университеты археологтары тимер быуаттағы боронғо ҡәберлектәрҙе тикшерә. 
"Һунарсы" Гран-приҙы эләктерҙе

"Һунарсы" Гран-приҙы эләктерҙе

Вторник, 23 июля 2013
Һай, дәртле лә инде башҡорт бейеүҙәре! Ана, сәхнәне дер һелкеткән малай — торғаны бер бөркөт. Ҡанаттары ғына етмәй, бына-бына ҡоласын йәйеп осоп китер ине. 
Башҡортса китаптар электрон форматта

Башҡортса китаптар электрон форматта

Понедельник, 22 июля 2013
Хәҙерге заманда күптәр китаптарҙы, төрлө дәреслектәрҙе, журналдарҙы электрон форматта уҡый. Уларҙы интернеттан алып, электрон китапҡа, планшетҡа һәм телефонға күсереп уҡыу бигерәк уңайлы. 
2014 — Башҡортостанда Мәҙәниәт йылы

2014 — Башҡортостанда Мәҙәниәт йылы

Пятница, 19 июля 2013
18 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2014 йылды республикала Мәҙәниәт йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
"Байыҡ"

"Байыҡ"

Пятница, 19 июля 2013
Балалар араһында иғлан ителгән «Байыҡ» бейеү конкурсы ҙур йомғаҡлау концертына саҡыра. Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығында көндөҙгө сәғәт 5-тә һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ, ҡәҙерле дуҫтар!

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb