Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Яңылыҡтар архивы
Бер ҡасан да һуғыш булмаһын!
Шәмбе, 10 декабрь 2016
Хәтер һәм ҡайғы көнө Нефтекамала йыл һайын ҙур ойошҡанлыҡ менән билдәләнә. Ил кимәлендә үткәрелгән “Хәтер шәме” акцияһы 21 июнь кисендә башланды. Төрлө быуын вәкилдәре – йөҙәрләгән кеше ҡаланың Еңеү скверындағы “Мәңгелек ут” мемориалы янына йыйылды.
Акцияға әүҙем ҡушылайыҡ!
Шәмбе, 10 декабрь 2016
Хәбәр итеүебеҙсә, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы айҡанлы «Изге ҡулдарҙан китап» тип аталған акция уҙғара. Уның маҡсаты – республикала сыҡҡан баҫмаларҙы пропагандалау, китап аша йәш быуынға тәрбиә биреү, йәмғиәтте китап уҡыуға ылыҡтырыу.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең Республика кәңәшмәһе үтәсәк
Шәмбе, 10 декабрь 2016
Сентябрь айында Урал аръяғында район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең Республика кәңәшмәһе үтәсәк. Бындай кәңәшмә тәүге тапҡыр 2014 йылда Салауат районында ойошторолғайны.
«Һуғыш йылдары шаңдауы»
Шәмбе, 10 декабрь 2016
Шундай исем аҫтында 22 июнь, Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арнап, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала китап күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмәлә 1941-45 й.й Башҡорт дәүләт нәшриәтендә төрлө телдәрҙә һәм төрлө тематикала сыҡҡан 50 яҡын китап урын алған.
Ғүмерҙәрҙе һүнмәҫ йыр итәйек!
Шәмбе, 10 декабрь 2016
Концерт миҙгелен ябыу – яңыһы асылғансы артистарҙың ялға китеүеме? Был осорҙа ижади төркөмдәр ни менән мәшғүл? Мәҙәниәт йылы көндәлек эшмәкәрлеккә ниндәйерәк йоғонто яһай?
Гүзәлдәрҙән-гүзәл Өфө
Шәмбе, 10 декабрь 2016
Өфө “Рәсәй ҡалаһы. Милли һайлау-2014” конкурсының рейтингында беренсе урында килә.
“Башҡорттоң илаһи моңо мәңге тынмаҫ”
Шәмбе, 10 декабрь 2016
Ғүмерен йыр сәнғәтенә арнаған юғары талант эйәһе, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, Салауат Юлаев ордены кавалеры Миләүшә Ғәли ҡыҙы МОРТАЗИНАның тормош юлын халҡыбыҙҙың ошо рухи хазинаһына тиңләргә мөмкин.
«Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың»
Шәмбе, 10 декабрь 2016
27 апрель – яҙҙың иң гүзәл бер көнөндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында - Мәҙәниәт йылының тағы бер күркәм ваҡиғаһы - «Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың» исемле бай йөкмәткеле, сағыу поэтик-музыкаль тамаша көтөлә.
Өфөлә Астана ҡалаһынан М. Горький исемендәге Рус академия драма театрының гастролдәре уҙа
Шәмбе, 10 декабрь 2016
Әйтергә кәрәк, ҡаҙаҡ театры үҙ тарихында тәүге тапҡыр башҡорт сәхнәһендә сығыш яһай. Гастролдәр ике туғандаш республикаларҙың мәҙәни бәйләнештәрен нығытыу һәм үҫтереү маҡсатында уҙа.
Өфө ҡалаһы тарихы музейы буласаҡ
Шәмбе, 10 декабрь 2016
Баш ҡала сираттағы мәҙәни усаҡты асырға әҙерләнә. Ленин урамының 72-се йортонда Өфө ҡалаһының тарихы музейы урынлашасаҡ.
Республиканың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһының быйылғы лауреаты билдәле булды
Шәмбе, 10 декабрь 2016
Балалар-үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге төп бүләк яҙыусы Әсхәл Әхмәт-Хужаға тапшырыла. Конкурс комиссияһы быйылғы конкурста уны еңеүсе тип иғлан итте.
Стәрлетамаҡтар - Өфөлә!
Шәмбе, 10 декабрь 2016
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең гастролдәре уҙасаҡ.
Китап кәштәһенә
Шәмбе, 10 декабрь 2016
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә башҡорт һәм урыҫ телдәрендә донъя күргән “Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ” китабында Башҡортостандағы тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең, милли-мәҙәни берекмәләрҙең эшмәкәрлеге хаҡында ентекләп һөйләп бирелә, башҡорт еренең күркәм этносәйәси тормошо — күп милләтле халҡы күҙ алдына килтерелә.
Башҡорт драма театрында «Етегән» фильмын күрһәтәсәктәр
Шәмбе, 10 декабрь 2016
6 март көнө «Родина» кинотеатрында «Етегән» фильмының премьераһы үтте. Картинаны республиканың Сибай, Баймаҡ, Белорет, шулай уҡ Әбйәлил районы Ташбулат ауылы халҡы ла ҡарап, үҙ баһаһын бирҙе.
"Ете ҡыҙ"ҙың хыялы
Шәмбе, 10 декабрь 2016
Башҡорт ҡатын-ҡыҙына ғына хас сифаттарҙы заман һылыуҙарына өйрәтеү маҡсатында Сибай ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә “Ете ҡыҙ” матурлыҡ студияһы эшләп килә.
Мәҙәниәт йылына арналған күргәҙмә
Шәмбе, 10 декабрь 2016
Михаил Нестерев исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының «Ижад» күргәҙмәләр залында «Арғымаҡ» тип исемләнгән күргәҙмә асылды.
Донъя подиумдары йондоҙо Наталья Водянова Нефтекама ҡалаһында балалар өсөн уйын паркы төҙөтәсәк
Шәмбе, 10 декабрь 2016
Уйын паркы ҙур ғына территорияны биләйәсәк. Унда сабыйҙар өсөн, 6 йәштән 12 йәшкәсә һәм мөмкинселектәре сикләнгән балалар өсөн уйын зоналары булдырыласаҡ. Иң ҡыуаныслыһы – унда бушлай ял итергә була.
Мәскәүҙә Мәҙәниәт йылын асыу тантанаһы үтә
Шәмбе, 10 декабрь 2016
24-25 март Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһында иғлан ителгән Мәҙәниәт йылын асыу тантанаһы үтә, ул Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнала.
«Китап» нәшриәтендә китаптар каталогы сыҡты
Шәмбе, 10 декабрь 2016
Унда йыл дауамында нәшриәттә сыҡҡан китаптар хаҡында белешмә алырға мөмкин. Каталогты «Китап»тың һатыу нөктәләрендә бушлай алырға була.
Республика башлығы шыршы байрамы үтте
Йома, 09 декабрь 2016
Башҡортостан мәҙәниәт һәм сәнғәт усаҡтары Яңы йыл байрамына төрлө саралар әҙерләне. Өфө театрҙары, мәҫәлән, балалар һәм өлкәндәр өсөн әкиәттәр һәм тамашалар тәҡдим итә.
First
1
2
3
4
5
6
Last
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө