Ахмедьянов Ким

Ахмедьянов Ким

Ким Әхмәтйәнов — ғалим, башҡорт әҙәбиәте белгесе, тәнҡитсе.

1932 йылда Әбйәлил районының  Әлмөхәмәт ауылында тыуған. Ким Әхмәтйәнов үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Темәс педагогия училищеһында уҡый. Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый, башҡорт шиғриәте буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте кафедраһында эшләй.

Ким Әхмәтйәнов «Әҙәбиәт теорияһы» китабы өсөн С. Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ була. «Башҡорт поэмаһының композиция мәсьәләләре», «Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге», «Шиғриәт иленә сәйәхәт». «Назар Нәжми — шиғыр оҫтаһы», «Ғ. Сәләм. Тормошо һәм ижады», «Матурлыҡ, батырлыҡ, шиғриәт» һ. б. китаптары бөгөн дә әҙәбиәт белгестәре, уҡытыусылар, студенттар өсөн кәрәкле һәм мөһим хеҙмәттәр. Ижад юлына аяҡ баҫҡан һәр кем танылған ғалимдын эштәренә мөрәжәғәт итә.

К. Ә. Әхмәтйәнов башҡорт әҙәбиәтенең нигеҙҙәрен тәрән өйрәнеү әлкәһендә юйылмаҫ яҡты эҙ ҡалдырҙы.

1981 йылда вафат булған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb