Рәсих Әхмәтвәлиев – Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, БР Рәссамдар союзы ағзаһы, Рәсәй, донъя кимәлендә үткән төрлө конкурстар лауреаты һәм еңеүсеһе.
Рәсих Әхмәтвәлиев Шишмә районы Бикәй ауылында тыуған. «Сыңғыҙхан» ижади төркөм ағзаһы. Башҡортостандан тыш сит илдәрҙә 20-ләп күргәҙмә ойошторған. Әле Өфөлә һәм Парижда эшләй һәм йәшәй.
Рәсих Әхмәтвәлиев – донъя кимәлендә танылған рәссам, Башҡортостандың Рәссамдар союзы ағзаһы, «Туран» халыҡ-ара бойондороҡһоҙ фондтың I премия лауреаты, «Инйәр» ижади төркөмө, «Сыңғыҙхан» ижади берекмәһе ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы. Уның картиналары Третьяков дәүләт галереяһында, М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейында, Мәскәү заманса сәнғәт музейында, башҡа сәнғәт галереяларында, Рәсәй музейҙарында, Өфө, Ҡазан, Новосибирск, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалалары һәм сит илдәрҙәге шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Рәсих Әхмәтвәлиевтың картиналары бик үҙенсәлекле, уларҙа классик рәсем сәнғәте мәктәбе заманса тасуирлау саралары менән тап килә.