Акбашев Кабир

Акбашев Кабир

Кәбир Аҡбашев — яҙыусы, шағир, драматург, тәржемәсе.

Аҡбашев Кәбир Мөхәмәтшәрип улы 1932 йылдың 10 мартында Ғафури районы Биҙәүләт (Яңы Заһит) ауылында тыуған. Күрше Сәйетбаба  ауылындағы урта мәктәпте тамамлай. Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем ала.

Хеҙмәт юлын колхозда, унан һуң, Ғафури районы Яугилде мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Совет армияһында хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, «Коммунизм байрағы» район гәзитендә тәржемәсе булып эшкә урынлаша. 1963—1976 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы «Знамя коммунизма» гәзитендә баш мөхәрир урынбаҫары, ҡала радиокомитеты директоры булып эшләй.

1977 йылда Стәрлетамаҡ химия заводында ижади командировкала була, шул ваҡытта экология темаһына драма әҫәрҙәре ижад итә. 1990 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Ибраһимов исемендәге, Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялары лауреаты.

Бүлек яңылыҡтары

logoyaz

Акция «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле»

Приглашаем к участию в акции «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле».

Желающим принять участие в акции необходимо разместить заявку в группу «Вконтакте».


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru