Аксаков Сергей

Аксаков Сергей

Сергей Тимофеевич Аксаков Өфө ҡалаһында тыуған танылған урыҫ яҙыусыһы, дәүләт эшмәкәре, әҙәбиәт һәм театр тәнҡитсеһе.

Аксаков Сергей Тимофеевич улы 1791 йылдың 20 сентябрҙә (1 октябрҙә) Өфөлә тыуған.

Бала сағы Өфөлә һәм Ырымбур губернаһы Боғорослан өйәҙендә нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән Яңы Аксаков имениеһында (Ырымбур өлкәһе Боғорослан районы Аксаков ауылы) үтә.

Ҡазан университетында уҡый (1805—07). 1808 йылда Санкт-Петербургҡа күсә, унда Закондар эшләү комиссияһында һәм Дәүләт килемдәре экспедицияһында хеҙмәт итә.

1811 йылдан алып Мәскәүҙә, 1816—20 йылдарҙа Яңы Аксаковта, 1821—26 йылдарҙа Бәләбәй өйәҙе  Надеждино ауылында (бөгөнгө Бәләбәй районы) йәшәй.

1827 йылда башлап Мәскәү цензура кабинеты цензоры; 1833 йылда алып Константин ер үлсәү училищеһы (Мәскәү) инспекторы, 1835 йылдаң Межа институтына үҙгәртелғәндан һуң, уның тәүге директоры (1839 йылға тиклем).

1843 йылдаң алып Мәскәү янындағы Абрамцев имениеһында йәшәй. Ул Сергиев Посад ҡалаһы янында урынлашҡан, 1919 йылда бында Аксаковтың шәхси кабинеты йыһазландырыла, артабан Аксаковтар ғаиләһе тормошо хаҡында материалдары тупланған йорт-музей (хәҙер музей-ҡурсаулыҡ) асыла.

Сергей Тимофеевич Аксаков 1859 йылдың 30 апрелендә (12 май) Мәскәүҙә вафат була, Новодевичье зыяратында ерләнгән.

ХIХ быуаттың 20‑се йылдары аҙағында Аксаков йорто Мәскәүҙең әҙәби тормошо үҙәге була, унда «Аксаков шәмбеләре» уҙғарыла. Аксаков әҙәби ижад менән шөғөлләнә, классицизм традицияларында шиғырҙар ижад итә.

Уның әҫәрҙәренә мемуар теүәллек, көнкүреште тәнҡитле һүрәтләү, хикәйәләүҙең ябайлығы һәм тәбиғилеге хас. Яҙыусының ҡабатланмаҫ стилен билдәләгән «Буран» (1834) очеркы Аксаков 30‑сы йылдарҙың әҙәби тормошо өсөн ҙур ваҡиға була. Очерк артабанғы «Балыҡ ҡармаҡлау хаҡында яҙмалар» (Записки об уженье, 1847), «Ырымбур губернаһының мылтыҡлы һунарсыһы яҙмалары» (Записки ружейного охотника Оренбургской губернии, 1852), «Төрлө һунарҙар хаҡында һунарсы хикәйәләре һәм хәтирәләре» (Рассказы и воспоминания охотника о разных охотах, 1855) һәм тәбиғәт тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙең прологы булып тора. Аксаков мираҫында төп урынды «Ғаилә йылъяҙмаһы» (Семейная хроника, 1856) һәм «Багров ейәненең балалыҡ йылдары» (Детские годы Багрова-внука, 1858; Н.Иҙелбай, Я.Найманов, Ф.Рамаҙанова тәржемәһе, 1959) автобиографик повестары биләй, унда автор, Багровтар ғаиләһенең өс быуыны тарихына таянып, XVIII быуат аҙағында алпауыттар көнкүрешенең киң панорамаһын тергеҙә, крепостной тәртиптең боҙоҡлоғон күрһәтә. Уның әҫәрҙәренең теле йәнле һөйләү телмәренең сағыулығы, ябайлығы һәм тасуирилығы менән айырылып тора. Аксаков ысынбарлыҡты уның матдилығында, ғәҙәтилегендә сағылдыра.

Күп әҫәрҙәрҙәрендә, шулай уҡ «Иҫтәлектәр» (Воспоминания, 1856) мемуарҙарында, «Бына ошо минең тыуған илем!» (Вот родина моя!..), «Ауылға хат» (Послание в деревню) һәм башҡа шиғырҙарында Аксаков Башҡортостандың матур һәм йомарт тәбиғәтен данлай, халҡының ауыр тормошон, башҡорт ерҙәренең таланыуын, урмандарҙың ҡырылыуын дөрөҫ итеп сағылдыра.

Аксаковтың «Аленький цветочек» (1858) әкиәтен Гөлнур Яҡупова башҡорт теленә тәржемә итә («Ал сәскә», 1992).

Аксаков иҫтәлегенә Өфөлә Аксаков халыҡ йорто төҙөлгән, яҙыусының йорт-музейы асылған. Әҙиптең исеме Өфөнөң иң боронғо ҡала баҡсаларының береһенә, киң танылған исемендәге шифаханаға, Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Күмертау, Мәләүез, Октябрьский ҡалалары һәм республикалағы ҡайһы бер ауыл урамдарына бирелгән.

Өфөлә һәм Башҡортостандың Бәләбәй районы Надеждино ауылында Аксаковҡа һәйкәлдәр ҡуйылған. Уның исемендәге премия, Аксаков фонды булдырылған. 1991 йыл алып Халыҡ-ара Аксаков байрамы ойошторола.

Бүлек яңылыҡтары

logoyaz

Акция «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле»

Приглашаем к участию в акции «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле».

Желающим принять участие в акции необходимо разместить заявку в группу «Вконтакте».


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru