Асанбаев Нажиб

Асанбаев Нажиб

Нәжиб Асанбаев, Николай Васильевич Асанбаев (7 ноябрь 1921 — 28 март 2013) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2006), РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

1921 йылдың 7 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Баҡалы районының Ахман ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

Тәүҙә ул үҙ ауылындағы башланғыс мәктәптә, унан һуң Мостафа һәм Балыҡлы ауылдары мәктәптәрендә укый.

1937 йылда Өфө финанс-экономика техникумын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, ләкин уны тамамламай.

1940 йылда Ҡыҙыл Армияһына алына. Рязань aртиллерия училищеһын тамамлағас, 1942—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында артиллерия батареяһы командиры була.

1949—1959 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзите хәбәрсеһе булып эшләй.

1961—1963 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстар тамамлай.

1963—1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры  директоры була.

Төрлө йылдарҙа әҙип Башҡортостан Яҙыусылар союзында, СССР Тыныслыҡты яҡлау комитетының Башҡортостан республика бүлексәһендә, Башҡортостан Республикаһының Президент Советында эшләне.

Н. Асанбаевтың «Балаҡайҙарым» пьесаһынан күренеш. Азат Хөсәйенов менән Гөлли Мөбәрәкова уйнай.

Нәжиб Асанбаевтың әҫәрҙәрендә күтәрелгән мәсьәләләрҙең ваҡытлы булыуы, конфликттың үткерлеге һәм жанр терлөлөгө хас. Н. Асанбаевтың байтаҡ әҫәрҙәре Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Сибай башҡорт дәүләт драма театры, Салауат, Ырымбур, Әлмәт театрҙарында уңыш менән ҡуйыла.

Яҙыусы әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн [[Башҡортостан Республикаһының дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре|Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982) тигән маҡтаулы исемдәргә, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына (1983) лайыҡ булды.

Бүлек яңылыҡтары

logoyaz

Акция «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле»

Приглашаем к участию в акции «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле».

Желающим принять участие в акции необходимо разместить заявку в группу «Вконтакте».


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru