Атнабаев Ангам

Атнабаев Ангам

Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев (23 февраль 1928 — 2 сентябрь 1999) — Башҡортостандың  халыҡ шағиры (1997), драматург, РСФСР-ҙың 1988) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты, 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев 1928 йылдың 23 февралендә БАССР-ҙың Бөрө кантоны Иҫке Күрҙем исемле башҡорт ауылында тыуған. Урта мәктәптән һуң Ҡазан дәүләт педагогия институтын тамамлай һәм тыуған районы мәктәптәрендә бер нисә йыл әсә теле Һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

1951 йылда ул Өфөгә күсеп килә һәм республиканың «Ҡыҙыл таң» газетаһы редакцияһында башта — әҙәби бүлек хеҙмәткәре, һуңыраҡ әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире булып эшләй. Артабан хаҡлы ялға киткәнсе республиканың «Һәнәк» сатирик журналында хеҙмәт итә, шул иҫәптән баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.

Әнгәм Атнабаев әҙәбиәткә XX быуаттың илленсе йылдарында килә. Уның «Йөрәк менән һөйләшеү» исемле тәүге шиғыр йыйынтығы 1958 йылда донъя күрә. Артабанғы дүрт тиҫтә йыл ижады һөҙөмтәһендә егерменән артыҡ китап нәшер итә. 1972 йылда «Йөрәгем юлдары» тигән поэтик йыйынтығы өсөн Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы бирелә.

Алтмышынсы йылдарҙан ул драматургия өлкәһендә лә танылыу ала, «Ул ҡайтты» (1959), «Йәйҙең һуңғы конө» (1961, «Әсә хөкөмө» (1963)) «Законлы никах менән!» (1965), «Шоңҡар» (1967), «Мөхәббәт тураһында Йыр» (1968), «Балаҡайҙарым» (1969), «Игеҙәктәр» (1971), «Ут» (1975), «Ҡаҙ ҡанаты» (1978), «Ауыр бәхет» (1980) тигән драматургик әҫәрҙәрен ижад итә. Театр сәнғәте өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн ул 1977 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән исемгә лайыҡ булды.

1997 йылда Әнғәм Атнабаевтың күп йыллыҡ һәм төрлө жанрҙарҙағы емешле ижады тейешле һәм юғары баһаһын ала: уға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb