Бабич Шайхзада

Бабич Шайхзада

Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичев (2 (14) ғинуар 1895 — 28 март 1919) — күренекле башҡорт шағиры, башҡорт әҙәбиәте классигы. Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт Хөкүмәте (1917—1919) ағзаһы.

Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Әсән ауылында тыуған.

Шәйехзаданың атаһы Мөхәмәтзакир — Ҡаңлы улусының аҫаба башҡорто, Бабичевтар менән 1852 йылда Ҡаңлы улусының Көйөк түбәһендә нигеҙләнгән Ҡыйғаҙытамаҡ ауылынан 1887 йылда Әсән ауылының икенсе мәхәлләһенең имам хатибы булараҡ күсерелә. Шәйехзаданың әсәһе — Сажиҙәбанат хәҙрәт Мөхәмәтһаҙый Шиһабетдиновтың ҡыҙы булған. Бабичевтар шәжәрәһе артабанғыса булған: Бабич (?—?) → Мөхтәр (1742—1822) → яу есаулы Ишбулды (1778—1814) → указлы мулла Ғилуан (Ғәлийән) (1811—?) → Мөхәмәтзакир (1847—1922) → Шәйехзада (1895—1919). Ҡайһы бер документтарҙа Бабич үҙенең сығышын «Ҡаңлы башҡорто» тип яҙа, ә «Башҡорт» гәзитендәге мәҡәләһендә — «Ҡаңлы балаһы» тип ҡултамға ҡуя. Шағирҙың ижадында ла уның башҡортлоғо асыҡ сағылыш таба.

Шәйехзада башланғыс белемде тыуған ауылында, атаһы, Әсән мәхәлләһенең указлы муллаһы, Мөхәмәтзакирҙың мәҙрәсәһендә ала.

1910—1911 йылдарҙа Ҡаҙағстанда Кустанай яҡтарындағы Дүсәнбай ауылында ҡаҙаҡ балаларын уҡыта.

Шәйехзада Бабич «Ғәлиә» мәҙрәсәһе шәкерттәре араһында.

Шәйехзада Бабич 1911—1916 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый. Заманының алдынғы ҡарашлы мәғрифәтселәре уҡытҡан мәҙрәсәлә ул әҙиптәр, артистар, буласаҡ журналистар, дәүләт эшмәкәрҙәре менән аралашып йәшәй. Мәҙрәсәлә ҡулъяҙма рәүешендә сығарылған «Парлаҡ» һәм «Эләктергес» исемле журналдарҙы сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡорт халҡының төрлө ҡыҫымдар арҡаһында ауыр тормош көтөүе, башҡорт ерҙәре мәсьәләләре киҫкенләшеү, әсә телендә яҙма булдырыу, дөйөм белем биреүҙе камиллаштырыу тураһында борсолоп шиғырҙар ижад итә.

1916 йылда «Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлағас, артабан бер йыл дауамында Ырымбур губернаһы Троицк ҡалаһында өсөнсө мәсет янындағы мәҙрәсәлә уҡытыу эше менән шөғөлләнә, «Аҡмулла» журналын сығарыуҙа ҡатнаша.Һуңынан Ырымбур ҡалаһында «Ҡармаҡ» сатирик журналында эшләй.

1917 йылда Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарына делегат була. 1917 йылдың 25—29 авгусында Өфөлә үҙған Икенсе Бөтә башҡорт ҡоролтайында Башҡорт мәркәз шураһы составына ағза итеп һайлана, һәм шураның секретары булараҡ мөһим фармандарҙы, шул иҫәптән Башҡортостан милли-территориаль автономияһын ойоштороу тураһындағы 2-се һанлы фарманды, төҙөүҙә ҡатнаша.

III Бөтә башҡорт ҡоролтайы эше ваҡытында, 1917 йылдың 18 декабрендә, Шәйехзада Бабич инициативаһы менән демократик башҡорт йәштәренең «Тулҡын» мәҙәни-ағартыу һәм әҙәби берекмәһе ойошторола. Шағир был йәштәр ойошмаһының декларацияһын төҙөүҙә һәм уға ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша, Өфөлә, Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә әҙәби кисәләр, концерттар ойоштороусыларының береһе була. «Тулҡын» бөтә башҡорт йәштәре союзының рәйесе итеп һайлана. Һуңыраҡ Шәйехзада Бабич «Нуктаһыҙ» сатирик журналын баҫтырыуҙы ойоштора.

1918 йылдың 1 сентябрендә башҡорт йәштәре конференцияһында «Тулҡын» ойошмаһының рәйесе итеп Г. Ҡарамышев, уның урынбаҫары булып Ш. Бабич, секретарь итеп Х. Ғәбитов һайлана. Конференцияла ойошманың нәшриәте янында «Ҡурай» әҙәби журналының асылыуы тураһында ҡарарға киләләр.

1919 йылдың 21 февралендә уҙған I Бөтә башҡорт хәрби съезының секретары була. 1919 йылдың 25 февралендә Башревкомдың матбуғат бүлеге хеҙмәткәре итеп тәғәйенләнә.

1919 йылдың 28 мартында Башҡорт АССР-ы Бөрйән-Түңгәүер кантоны Йылайыр ауылында, типографияны күсереү эштәре менән шөғәлләнгәндә, шағир Ғәбделхәй Иркәбаев менән берлектә 1-се Смоленск уҡсылар полкының ҡыҙыл армеецтары тарафынан үлтерелә. Был фажиғә Башҡорт Ғәскәрҙәре Ҡыҙылдар яғына күскән осорҙа булған бутаусылыҡ һәм большевистик террор арҡаһында барлыҡҡа килә.

1918 йылда Бабичтың үҙе иҫән сағында сыҡҡан берҙән‑бер баҫмаһы — «Йәш Башҡортостан» китабы нәшер ителә. Был китаптағы шиғырҙар һәм поэмалар, шағирҙың башҡа күп кенә әҫәрҙәре һымаҡ, Башҡортостан автономияһын ойоштороуға бәйле ваҡиғаларға арналған, милли‑патриотик рух менән һуғарылған. 1919 йылда донъя күргән «Башҡорт халҡына көйлө хитап» шиғыры Башҡорт милли хәрәкәтенең асылын аңлата.

Бүлек яңылыҡтары

logoyaz

Акция «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле»

Приглашаем к участию в акции «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле».

Желающим принять участие в акции необходимо разместить заявку в группу «Вконтакте».


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru