Бабичева Тансулпан

Бабичева Тансулпан

Актриса, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы.

Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева 1953 йылдың 15 майында БАССР-ҙың Дәүләкән ҡалаһында тыуған. 
Бабичева тамашасыға һәм белгестәргә талантлы актриса, Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1994) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1991) булараҡ ҡына билдәле түгел, ул ҙур уҡытыусылыҡ стажына ла эйә, бер нисә спектакль ҡуйған режиссер ҙа. 
Таңсулпан Даһи ҡыҙы Өфө дәүләт сәнғәт институтын 1974 йылда тамамлай һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлай. 
Иң уңышлы ролдәре: Зөбәржәт һәм Шәфәҡ (М.Кәрим, “Ай тотолған төндә”), Айһылыу (И.Абдуллин, “Айһылыуҙың айлы кистәре”), Илона Альгрен (Х.Вуолийоки, “Ят йондоҙ” — «Женщины Нискавуори»), Аҡйондоҙ, Мария Тереза (М.Кәрим – Р.Исрафилов “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар”, “Ярлыҡау”), Гөл (М.Садиҡова, “Бергенәм, гөлгөнәм”), Диләфрүз (Т.Миңнуллин, “Диләфрүзгә дүрт кейәү”), Ольга Прозорова (А.П. Чехов, “Апалы-һеңлеле өсәү”), Филумена Мартурано (Э. де Филиппо, «Илай белмәгән ҡатын»), Һәҙиә Дәүләтшина (Ғ.Шафиҡов, «Һәҙиә») һәм башҡалар. Был персонаждарҙа һуңғы тиҫтә йылдарҙа башҡорт сәнғәтендә гуманлылыҡ йүнәлешенең артабан үҫешенә туранан-тура бәйле булған принципиаль үҙгәрештәр сағылыш тапты. 
Таңсулпан Бабичева Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһына (1981), СССР халыҡтарының милли драматургияһы һәм театр сәнғәте буйынса IV Бөтә Рәсәй фестивале премияһы һәм дипломына (1982) лайыҡ булды. Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡыған күп студенттарҙың ул яратҡан уҡытыусыһы ла. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb