Бикбай Баязит

Бикбай Баязит

Күренекле яҙыусы, драматург, прозаик, публицист, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Баязит Бикбай (Баязит Ғаяз улы Бикбаев) 1909 йылдың 9 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Көйөргәҙе районы Ҡалтай ауылында тыуған.

1929 йылда педагогия техникумын тамамлағандан һуң “Ленин юлы” Туймазы район гәзитендә яуаплы секретарь, “Башҡортостан” гәзитендә, китап нәшриәтендә бүлек мөдире, “Октябрь” журналының яуаплы секретары, Башҡорт драма театрының әҙәби бүлеге мөдире, Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй.

Баязит Бикбай – ул шағир ҙа, драматург та, прозаик та, публицист та. 1932 йылда уның “Үтеп барған көндәр” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Унан һуң “Урман артында”, “Ҡояшлы көн”, “Яҡты ер” тигән китаптары сыға.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һаулығы арҡаһында фронтҡа бара алмай. Әммә уның күп шиғырҙарында һуғыш темаһы сағылыш таба.

1937 йылдан Баязит Бикбай драматургияла ла уңышлы эшләй, тәүге тапҡыр “Ҡарлуғас” драмаһы менән сығыш яһай. Унан һуң “Салауат”, “Ҡаһым түрә”, “Тыуған ил саҡыра”, күп кенә бер актлы пьесалар ижад итә. Уның ижадында музыка театры өсөн либреттолар ҙур урын биләй.

Башҡорт әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн Баязит Бикбай Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм “Почет Билдәһе” ордендары менән наградлана. 1970 йылда уға үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге премия бирелә.

Баязит Бикбай 1968 йылдың 2 сентябрендә вафат була.

Башҡорт шағиры, драматургы, прозаигы һәм публицисы Баязит Бикбайҙың ҡаҙаныштарын билдәләп, ҡала Советы башҡарма комитеты 1984 йылдың 1 мартындағы ҡарары менән Өфөнөң Октябрь районы Сипайлово биҫтәһендәге яңы урамға уның исемен бирә. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb