Бикбулатова Зайтуна

Бикбулатова Зайтуна

«З. Бикбулатованың сәнғәте профессия ғына түгел. Ул – тере ҡан тамырҙары менән халыҡ тормошоноң иң тәрән сөңгөлдәренә барып тоташҡан йәшәү рәүеше. Ул милли театрыбыҙ тарихының бер өлөшө».
 Һ. Сәйетов, театр тәнҡитсеһе.
 
 Үҫмер сағынан уҡ баш ҡаланың Карл Маркс урамында, ул саҡтарҙа «Ким» тигән комсомол клубында драма, хор, әҙәбиәт түңәрәгендә шөғөлләнгән Зәйтүнәне, Өфөлә сәнғәт техникумы асылғас, тәүгеләрҙән булып ошо уҡыу йортона ҡабул итәләр. Техникумда уҡыған ваҡытында уҡ ул Башҡорт драма театры сәхнәһендә барған спектаклдәрҙә ҡатнашыу бәхетенә ирешә. Сөнки ҡыҙ үҙен ысын мәғәнәһендә сәхнә өсөн генә яратылған илаһи йән итеп таныта. Янып торған зәңгәр күҙҙәр, ҡыйыулыҡ, һылыу йөҙ, һомғол буй-һын, ярһыу йөрәк, бай күңел – Зәйтүнәнең асылы. 
Эйе, 1908 йылда Шишмә районының Сәфәр ауылында тыуып, 1921 йылдан Өфөлә йәшәгән, заманаһы ни күрһә – шуны күреп буй еткергән СССР-ҙың халыҡ артисткаһы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйтүнә Бикбулатованың ижади мираҫы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 90 йыллыҡ тарихында айырым урын алып тора. Башҡорт театр мәҙәниәте йылъяҙмаһына уның исеме мәңгелеккә уйылған, ә шәхесе һәм ижады әлегәсә асылып бөтмәгән сер. Ул – әйтеп бөтөргөһөҙ күп яҡлы талант эйәһе. Зәйтүнә Бикбулатованың классик ролдәре заманында республиканы ғына түгел, ә күп милләтле илебеҙ театр мәҙәниәтен яңғырата. Дездемона (У. Шекспир, «Отелло»), Лауренсия (Лопе де Вега, «Һарыҡ шишмәһе»), Анна Каренина (Л. Толстой, «Анна Каренина»), Тәңкәбикә (М. Кәрим, «Ай тотолған төндә») ролдәре тотош ил театр сәнғәтенең сағыу бер ваҡиғаһы була. Зәйтүнә Ислам ҡыҙы бөтә ғүмерен башҡорт театр сәнғәтенә арнай, әүҙем йәмәғәтсе лә була. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе вазифаһын үтәй, ошо союздың Үҙәк советы президиумы ағзаһы ла була, хәҙерге Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортон төҙөүҙә ғәйәт ҙур роль уйнай. Ауыр яҙмыш һынауҙары кисергән йылдарында ла театрына тоғро булып ҡала халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡыҙы. Зәйтүнә Бикбулатова ғүмеренең һуңғы көндәренәсә уға хеҙмәт итә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb