Бикташева Талига

Бикташева Талига

Ихлас күңелле, дәртле йөрәкле кешеләр тормошто йәмләп, янындағыларҙың яҙмышын имләп тора кеүек. Улар менән донъя яҡты, сағыу тойола. Шундайҙарҙы театрҙа йыш осратыу ғәжәп түгелдер: сәнғәт өлкәһендә ҡайнап йәшәгәндәр йөрәктәре менән һәр ваҡыт йәш ҡала белә бит. Үҙенең тормошо, хеҙмәте, сағыу ролдәре менән халҡы күңелендә айырым урын биләгән БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы Тәлиғә Бикташева әйтелгәндәргә асыҡ миҫал булып тора. Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы Бикташева 1911 йылдың 28 июлендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Арыҫлан ауылында (хәҙерге Шишмә районы) тыуған. 1932 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлай. 1930 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем Тәлиғә Бикташева М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уйнай. Cәхнәлә ул сағыу, үҙенсәлекле ролдәр тыуҙырыуға ирешә: Ҡарлуғас (“Ҡарлуғас”, Б. Бикбай), Көнбикә (“Би¬сәкәй”, А. Мөбәрәков), Мәрзиә (“Ул ҡайтты”, Ә. Атнабаев), Илбикә (“Әсә хөкөмө”, Ә. Атнабаев), Ксения (“Борис Годунов”, А. Пушкин), Мәстүрә (“Йырланмаған йыр”, М. Кәрим) һәм башҡалар. Актрисаның хеҙмәте 1955 йылда Мәскәүҙә уҙғарыл¬ған Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында юғары баһаға лайыҡ була. Ошо уҡ йылда Тәлиғә Бикташева − Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ә 1969 йылда Почет билдәһе ордены менән бүләкләнә.
Актрисаның тормош юлдашы – билдәле актер, режиссер Тимербулат Имашев. Ҡыҙҙары Эльмира Недосеева Мәскәүҙә йәшәй, әле хаҡлы ялда.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb