Буляков Динис

Буляков Динис

Күренекле башҡорт яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Динис Бүләков 1944 йылдың 18 майында Мәләүез районының Арыҫлан ауылында тыуған. Күрше Смаҡ ауылында ете класты, Воскресенский ҡасабаһында урта мәктәпте тамамлай. Күпмелер ваҡыт колхозда механизатор булып эшләй, Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында уҡый һәм «Знамя Победы» гәзитендә эшләй. Аҙаҡ өс йыл армия сафында хеҙмәт итә. Унан һуң инде Өфөлә «Совет Башҡортостаны» гәзитендә, «Ағиҙел» журналында эшләй. Динис Бүләков Мәскәүҙә Горький исемендәге әҙәбиәт институтында ситтән тороп уҡый.

Динис Бүләковты «Пионер» журналы мөхәррире, Башҡортостандың телевидение һәм радио тапшырыуҙары комитеты рәйесе, Яҙыусылар союзы рәйесе булараҡ беләләр. Ул ижад иткән «Ҡояш ярсығы», «Һары һандуғас балаһы», «Упҡын ситендә бейеү», «Саған япраҡ яңырта», «Килмешәк» һәм «Ғүмер бер генә» кеүек әҫәрҙәрен уҡыусылар яратып уҡый. Уның һуңғы әҫәре Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.

1995 йылдың 14 мартында Динис Бүләков беҙҙең аранан китте.

Динис Бүләков ҡәберенә һәйкәл ҡуйылған. Ул йәшәгән йортта «Был йортта 1981-1995 йылдарҙа күренекле башҡорт яҙыусыһы Динис Бүләков йәшәгән» тип яҙылған таҡтаташ беркетелгән. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb