Даутов Нур

Даутов Нур

Башҡорт композиторы һәм музыканты Нур Әсғәт улы Дауытов 1956 йылдың 5 ғинуарында республиканың Бәләбәй районы Пахарь ауылында тыуған.
Республика музыка мәктәп-интернатын һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтын профессор Заһир Исмәғилевта композиция класын тамамлаған.
1982-1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында музыкаль етәксе вазифаһында эшләй. 1987 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем – Өфө сәнғәт училищеһының инструментовка һәм партитураларҙы уҡыу класы буйынса уҡытыусыһы. Хәҙер ул училищеның үҙ предметын бик яҡшы белгән төп уҡытыусыларының береһе булып тора, уның күп уҡыусылары бик яҡшы музыканттар булып китте.
Нур Дауытовтың ижади, ижтимағи һәм концерт эшмәкәрлеге киң һәм төрлө. Ул Нефтекама ҡалаһында «Дуҫлыҡ моңо» Халыҡ-ара фестивален башлап ебәреүселәрҙең береһе һәм уның даими жюри ағзаһы, Сибай ҡалаһында «Ирәндек моңдары», Октябрьский ҡалаһында «Ҡурай байрамы»  һәм башҡа бик күп конкурстар ағзаһы. Үткәрелгән сараларҙың барыһында ла Дауытов жюри ағзаһы ғына түгел, үҙ әҫәрҙәрен башҡарыусы булараҡ та ҡатнаша. Йыш ҡына ул Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡалаларында һәм ауылдарында үҙ концерттары һәм ижади отчеттары менән сығыш яһай.
Нур Әсғәт улының ижади эшмәкәрлеге күп төрлө һәм бер нисә жанрҙы үҙ эсенә индерә. Уның ижады Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәй тыңлаусыларына киң билдәле. Композитор республикабыҙҙың төп коллективтары – Башҡортостандың Милли симфоник оркестры, Дәүләт академия хор капеллаһы, Башҡорт дәүләт филармонияһы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ҡайһы бер вокалсылар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Дауытовтың ижадында радио һәм телевидениела эш ҙур урын биләй.
Бигерәк тә уның күптән түгел ойошторолған БР Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры менән эшмәкәрлеген билдәләп үтергә кәрәк, уның өсөн ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 20-нән ашыу әҫәр ижад итте. Улар коллектив репертуарына ныҡлы инде һәм уның алтын фонды булып тора.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb