Фәррәх Дәүләтша улы Дәүләтшин — Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944), «Почёт Билдәһе ордены кавалеры, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Фәррәх Дәүләтшин 1887 йылдың 31 ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Уртай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Сабый сағынан үкһеҙ етем ҡала, кулактарҙа бала ҡарап, көтөү көтөп тамағын туйҙыра. Үҫә төшкәс, Урал заводтарына эшкә сығып китә, төрлө завод-фабриктарҙа, урман хужалығыында бил бөгә. 1913—1916 йылдарҙа «Аҡшишмә» тип аталған ҡағыҙ фабрикаһында эшләгән саҡта бәлә-ҡазаға тарый: пар ҡаҙаны шартлау арҡаһында күҙҙәре зарарлана. Тома һуҡыр булып, эшкә яраҡһыҙ ҡалғас, тыуған ауылына ҡайта.
Тыумыштан үткер һүҙле һәм зирәк аҡыллы булған Фәррәх, зәғифлегенә ҡарамай, тора-бара йырҙар сығарыуға әүәҫләнеп китә, артабан инде, бәйеттәр әйтеп, үҙ төбәгендә халыҡ араһында йөрөй башлай, баҙарҙарҙа була, йыйындарҙа ҡатнаша. Йырҙарында һәм бәйеттәрендә ябай кешеләргә яҡын булған уй-тойғоларҙы сағылдырыуы, уларҙың азат тормошҡа ынтылыуын һәм башҡа көндәлек теләктәрен һүрәтләүе арҡаһында тиҙ арала халыҡ араһында популярлыҡ яулай.
Октябрь социалистик революцияһынан һуң ғына Фәррәх сәсән ауыҙ тултырып йырларға һәм ирекле ижад итергә мөмкинлек ала.
Башҡорт әҙәбиәтендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Фәррәх Дәүләтшин республика яҙыусылары араһынан иң беренсе булып 1939 йылда «Почёт Билдәһе» ордены һәм маҡтау грамоталары менән наградлана. 1944 йылда уға Сәйет Исмәғилев менән бергә «Башҡортостандың халыҡ сәсәне» тигән маҡтаулы исем бирелә.