Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Шәхестәр
Давлетшина Хадия
Карта учреждений и афиш
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Давлетшина Хадия
Яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙар тураһында һүҙ сыҡҡанда, моғайын, иң беренсе булып Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшинаның исеме хәтергә киләлер. Милли прозала ул юйылмаҫ сағыу эҙ ҡалдыра алды. Замандаштарының хәтерләүҙәре буйынса, Һәҙиә Дәүләтшина иҫ киткес изге күңелле кеше, ҙур талант эйәһе булған.
Ысын яҙыусы, башҡорт әҙәбиәте ғорурлығы булыу өсөн Һәҙиә Дәүләтшинаға оҙон һәм ауыр тормош юлы үтергә тура килә. Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы 1905 йылдың яҙында Һамар губернаһы Хәсән ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Белемгә мәҙрәсәлә уҡып эйә була. Ул замандарҙа башҡорт ҡыҙҙарының белем алыуы, ғәҙәттә, шуның менән тамамлана торған булған, һуңынан уны тиҙерәк кейәүгә биргәндәр. Әммә Һәҙиәне икенсе яҙмыш көтә. 1919 йылда атаһы үлгәс, ғаилә хәстәрлеге уның иңенә төшә. Аслыҡты ла, һыуыҡты ла, ауыр хеҙмәтте лә кисерергә тура килә. Граждандар һуғышы йылдарында башҡорт ҡыҙҙарынан беренсе булып комсомолға инә. Ун биш йәшлек Һәҙиә күрше ауылға уҡытыусы булып китә, һуңынан Һамар педтехникумында, аҙағыраҡ Өфө пединститутында педагогик белем ала. 1927 йылдан Дәүләтшина – балалар йортонда тәрбиәсе, ә 1932-1933 йылдарҙа – редакторҙар әҙерләү буйынса Мәскәү институты студенты. 1933 йылда ире, билдәле башҡорт яҙыусыһы Ғөбәй Дәүләтшин, менән бергә республиканың көньяғына китә һәм унда гәзит хеҙмәткәре булып эшләй. Һуңынан Ғөбәй Башҡортостан мәғариф наркомы булып китә. Ҡатынына тәүге ижади аҙымдарын яһарға ул ярҙам итә.
Тәүге әҫәре – «Пионерка Һылыуҡай» хикәйәһе (1926). Шулай ҙа коллективлаштырыу тәьҫире аҫтында яҙылған «Айбикә» повесы (1931) уға танылыу килтерә. Ул төрлө жанрҙарҙа сығыш яһай, шиғырҙар, очерктар, хикәйәләр яҙа. Күп хикәйәләренең төп темаһы – элек иҙелеп йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙының рухи яңырыуы.
Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы бөтә илгә билдәле була. Романдың айырым өҙөктәре 30-сы йылдарҙа уҡ баҫыла. Әммә репрессиялар уның ижадына аяҡ сала. 1937 йылда Һәҙиә ҡулға алына, ире халыҡ дошманы булараҡ атып үлтерелә. Биш йыл лагерҙа ултырып ҡайтҡандан һуң Дәүләтшинаға Бөрөлә генә йәшәргә рөхсәт ителә, әҙәби һәм педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү тыйыла. Оҙаҡ йылдар Һәҙиә йәбер-золомға дусар булып йәшәй, ғүмерен матди мохтажлыҡта үткәрә.
Яҙыусы романына 50-се йылдар башында ғына әйләнеп ҡайта. Роман-эпопеяла башҡорт халҡының 1902-1922 йылдарҙағы тарихи ваҡиғаларға бай тормошо сағыла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Һәҙиә үҙенең төп романының баҫылып сыҡҡанын күрмәй. Ул 1954 йылдың 5 декабрендә Бөрөлә вафат була, ә китап 1957 йылда ғына сыға.
1967 йылда Һәҙиә Дәүләтшина үлгәндән һуң Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Өфөләге урам уның исеме менән аталған.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Вәлиди Әхмәт-Зәки
Терегулов Шамиль
Ҡудашева Фәриҙә
Салимов Марсель
Узянбаева Танзиля
Бүлек яңылыҡтары
Музей почты в Уфе участвовал в акции «Ночь музеев»
Шәмбе, 20 май 2023
Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы Сүриә Ғималованың ижад кисәһе уҙҙы
Шаршамбы, 19 октябрь 2022
Башҡортостандың хор капеллаһы тыуған көнөн концерт менән билдәләне
Шишәмбе, 12 апрель 2022
Өфөлә «Кино төнө» Бөтә Рәсәй акцияһы үтә
Йома, 24 август 2018
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө