Күренекле рәссам Борис Федорович Домашников 1924 йылдың 5 апрелендә Иваново өлкәһенең Кригоузово ауылында, үҙе әйтмешләй, «матурлыҡ буйынса тиңе булмаған урында» донъяға килә. Әммә артабанғы яҙмышы уны беҙҙең яҡтарға алып килә. 1935 йылдың мартында атаһын эшкә, Башҡортостанға, Өфөнөң моторҙар эшләү заводын төҙөргә ебәрәләр. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға ун ете йәш кенә була. Ябыҡ кәүҙәле, сибек кенә егетте хәрби комиссариатта доброволец итеп алыуҙан баш тарталар. Борис Федорович быны бик ауыр кисерә. Горкомхоздың оҫтаханаһында эшкә урынлаша, лозунгылар яҙа, плакаттар төшөрә. Һәр хәрефкә үҙенең күңелен, һыҙланыуҙарын, нәфрәт һәм өмөттәрен һала. Бында ул үҙенең кәрәклеген аңлай, яратҡан эше менән шөғөлләнә. Һуғыш бөткән йылды художество училищеһына уҡырға инә. Буласаҡ рәссамды оло сәнғәт юлына баҫтырыусы Өфө рәссамдары П. Лебедев, А. Тюлькин, М. Беспалова була.
«9 май», «Һалдат ҡәбере», «Атайым иҫтәлеге» тип исемләнгән һүрәттәрендә һуғыш, фронттан ҡайта алмаған атайы тураһында иҫтәлекте һаҡлау тора.
Рәссамдың картиналары бик күп, ул картиналары менән бай. Сәмәрҡәндте, Новгородты, Псковты, Ростовты, Мәскәүҙе, Уралды, Италияны, Чехословакияны… төшөргән.
Борис Домашников СССР-ҙың халыҡ рәссамы, уға шулай уҡ «Өфөнөң почетлы гражданины» исеме бирелгән. «Һүрәт төшөрөү сәнғәте, Башҡортостандың һынлы сәнғәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө, тыуған илгә ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләүе һәм әүҙем күргәҙмә эштәре өсөн», — тип әйтелә почетлы билдәне тапшырыу тантанаһында.