Ғәбитов Риф Фәтих улы — бейеүсе, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленың художество етәксеһе (2000—2004). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Риф Фәтих улы Ғәбитов 1951 йылдың 5 декабрендә Белорет районының Аҙналы ауылында тыуған. Атаһы клубта эшләгән, ҡурай, скрипкала уйнаған, йырлаған, бейегән.
Риф Ғәбитов 1967—1970 йылдарҙа Өфөнөң 1-се һанлы мәктәп-интернатында уҡыған. Артабан Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Бында халыҡ бейеүҙәре студент ансамблендә бейей.
Уҡыу йортон тамамлағас, мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.
Бейеү менән ҡыҙыҡһыныу уны Ф. Ғәсҡәров халыҡ бейеүҙәре ансамбленә алып килә, унда 1974—1992 йылдарҙа артист булып эшләй.
1992—1996 йылдарҙа Риф Ғәбитов — балет артисы һәм ансамбль ҡурайсыһы.
1995 йылда Риф Ғәбитовҡа «Еҙ үксә», «Көтөүсе йыры», «Башҡортса краковяк» бейеүҙәрен ҡуйғаны һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы тапшырыла.