Юлай Ғәйнетдинов — ҡурайсы, фольклорсы һәм телерадиожурналист. Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.
Ғәйнетдинов Юлай Ишбулды улы 1954 йылдың 8 ғинуарында Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылында тыуған. Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) урта белем алған, 1975 йылда Башҡорт дәүләт университетының математика факультетын тамамлаған.
1975—1978 йылдар — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы.
1978—1984 йылдар — БАССР Статистика идаралығының Иҫәпләү үҙәгендә инженер-программист.
1984—1989 йылдар — Өфө дәүләт сәнғәт институты (бөгөн Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) ҡарамағындағы махсус музыка мәктәбе уҡытыусыһы.
1989—1991 йылдар — Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире.
1991—2008 йылдар — Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының «Хазина» ижади берекмәһе етәксеһе.
2008—2014 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы (2010 йылдан — Башҡортостан Республикаһының) Архив эштәре буйынса идаралығында етәксе урынбаҫары.
Юлай Ғәйнетдинов — Бөтөн Донъя Башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар берлеген (союзын) ойоштороусыларҙың береһе, уның Аҡһаҡалдар советы ағзаһы.
Юлай Ғәйнетдинов — мәшһүр Әҙһәм Исҡужиндың уҡыусыһы, ҡурайсыларҙың уның исемен йөрөткән республика бәйгеһенең иң тәүгеһендә Гран-при яулай. «Һөнәрем менән музыкант булып китмәһәм дә, 24 йәштә Гран-при алыу минең тормошома юллама бирҙе, — ти Юлай Ишбулды улы. — Ҡурайсы — ул, тәү сиратта, йәшәү рәүеше, кешенең рухи торошо».
Юғары кимәлдә ҡурайҙа уйнау оҫталығына эйә, үҙ ижадында арҙаҡлы ҡурайсылар йолаларын тулыһынса ҡулланып, уларҙы артабан үҫтерә. Уның репертуарына 300-ҙән ашыу башҡорт халҡының быуындан-быуынға күсеп килгән ҡурай моңдары, шул иҫәптән 100-ҙән артыҡ оҙон көй өлгөләре. Уның башҡарыуында данлы «Урал», «Буранбай», «Ғилмияза», «Сыңрау торна» һәм башҡа бик күп әҫәрҙәр үҙенсәлекле яңғырай. Оҫта ҡурайсы башҡорт халыҡ көйҙәренең төрлө вариантарын ишеттерә. Юлай Ишбулды улы билдәле композитор Анатолий Кукубаевтың «Ҡурай һәм оркестр өсөн пьеса» әҫәрен тәүге башҡарыусы. Атаҡлы ҡурайсы башҡорт моңдарын илебеҙҙән ситтә үткән күп һанлы бәйгеләрҙә яңғырата һәм уларҙа тәүге урындарҙы яулай: «Музыкант призы» — 9-сы Халыҡ-ара фольклор фестивале (1983 йыл, Венгрияның Сегед ҡалаһы), Япониялағы халыҡ-ара фестивалдәр — 1990 йыл, Эсаши ҡалаһы; 200 йыл, Осака ҡалаһы); «Евразия йыры» — 2003 йыл, Саппоро ҡалаһы).
Дүрт тиҫтә йылдан артыҡ башҡорт халыҡ ижадын йыйыу һәм пропагандалау менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнә. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының тамашасыларҙа ҙур популярлыҡ яулаған «Хазина» ижади берекмәһен ойоштороусыларҙың береһе һәм уның тәүге етәксеһе, шулай уҡ Башҡортостан телевидениеһының «Хазина» программаһының даими авторы һәм алып барыусыһы булараҡ, республикала һәм унан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ араһындағы үҙенсәлекле талантҡа эйә булған халыҡ башҡарыусыларына, шулай уҡ музыка һәм бейеү сәнғәте фольклорын эсенә алған ижад ынйыларына арналған 300-ҙән артыҡ тапшырыу әҙерләп яҙҙырған һәм эфирға сығарған. Мәшһүр ҡурай моңдарын киләсәк быуындарға тулы кимәлдә еткереү маҡсатында радио һәм телевидение фонотекаһы өсөн «Ҡараһаҡал маршы», «Батырша», «Ҡалмантай», «Наполеон Бонапарт», «Башҡорт краковяге» һәм башҡа бик күп көйҙәрҙе яҙҙырған. Башҡорт халҡының боронғо йырҙарын оҫта һәм үҙенсәлекле башҡарыусы халыҡ йырсылары Сөләймән Абдуллин, Флүрә Килдейәрова, Абдулла Солтановтар төрлө йылдарҙа Юлай Ғәйнетдиновтың ҡурай моңдарына ҡушылып, күп сәхнәләрҙә республика һәм күрше төбәктәрҙең генә түгел, байтаҡ ҡына сит ил тамашасыһын да әсир итте. Юлай Ишбулды улы үҙе лә башҡарыусы булараҡ төрлө концерт сараларында һәм тантаналарҙа әүҙем ҡатнаша. Ул — Әҙһәм Исҡужин исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсының төп ойоштороусыларының береһе һәм бәйгенең даими ағзаһы.
Халҡыбыҙҙың милли танытмаһы булған ҡурайҙы пропагандалауға, ихлас һәм бар күңелен биреп, Юлай Ғәйнетдинов Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарында уҡ ныҡлап тотона. Үҙ уҡытыусылары өлгөһөндә ул йәш ҡурайсылар үҫтереп-тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бирә: Өфөләге үҙе тамамлаған 1-се интернат-мәктәптә, ҡала пионерҙар һарайында, авиация институтында ҡурай түңәрәктәрен йылдар дауамында уңышлы алып бара. Ул ойошторған «Һорнай» балалар фольклор ансамбле лә емешле эшләй — унан бик күп танылған ҡурайсылар, күренекле баянсылар һәм скрипкасылар үҫеп сыға. Юлай Ишбулды улының данлыҡлы ҡурайсы Кәрим Дияров бүләк иткән тарихтары менән йөҙҙән ашыу йыр һәм көй яҙылған таҫмаларҙан башланған шәхси фонотекаһы халҡыбыҙҙың ике меңдән ашыу аҫыл ҡомартҡыһыларын һаҡлай. Унда йырҙар, уларҙың тарихы, ҡурайҙа башҡарылған оҙон көйҙәр, бәйеттәр һәм бейеү көйҙәре бар.