Ғәлимов Айҙар — башҡорт һәм татар эстрадаһының популяр йырсыһы, Башҡортоста Республикаһының, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы.
Айҙар Ғәни улы Ғәлимов Ҡаҙағстандың Целиноград (хәҙерге Астана) өлкәһе Мәҙәниәт ауылында 1967 йылдың 23 февралендә тыуған. Бер йылдан һуң ата-әсәһе Башҡортостандың Миәкә районы Оло Кәркәле ауылына күсеп ҡайта. Бала сағы шунда үтә.
1986 йылда Өфө автотранспорт техникумын тамамлай, һуңынан, әрме сафтарына саҡырылып, 7-се гвардия һауа-десант дивизияһында хеҙмәт итә.
1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай. Икенсе юғары белемен Ҡазан дәүләт педагогия университетында ала. Өфө ҡалаһында йәшәй.