Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәров — беренсе башҡорт профессиональ бейеүсеһе, хореографы һәм балетмейстеры. БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Ғәскәров Фәйзи Әҙеһәм улы 1912 йылдың 21 октябрендә тыуған. Бөрөләге, Смоленск өлкәһендәге балалар йорттарында тәрбиәләнә, үҙенең ата-әсәһен хәтерләмәй. Балалар йортонда тәрбиәсе Гөлсөм апай уны тальян гармунда уйнарға өйрәтә.
1924 йылда уны Бөрө педагогия техникумына уҡырға урынлаштыралар. Бейеүгә һөйөү Фәйзи Әҙеһәм улын сәнғәт техникумына алып килә. Өфөлә театр техникумы асылғас, балалар йортонан һәләтле балаларҙы ошо һөнәргә өйрәтергә алалар. Фәйзи фортепиано буйынса дәрестәр ала. Техникумда ул Башҡорт күсмә театры директоры менән таныша. Актерҙар коллективында ҙур булмаған бейеү төркөмө эшләй. Буласаҡ бейеүсе был театр менән бик күп башҡорт ауылдарын, Силәбе, Һамар, Ульяновск өлкәләрен, күрше республиканы урап сыға. Театрҙа барлыҡ уйын ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Иң яратҡан музыка ҡоралы — һуҡма инструменттар.
Опера театры коллективы Өфөгә гастролгә килгәс, ул классик бейеү дәресенә йөрөй. Театрҙың балетмейстры уның тырышлығын, тәбиғи һәләтен күреп, балет мәктәбенә уҡырға инергә кәңәш итә. Уны бейеүҙәр генә түгел, халыҡ костюмдары, көнкүреше, йолалары, риүәйәттәре, бейеүҙең музыкаль биҙәлеше ҡыҙыҡһындыра. Шүға бәйле бер нимә лә уның иғтибарынан ҡалмай.
Бейеү Фәйзи Ғәскәровтың йәшәү рәүешенә әүерелә. Режиссер Мортазин-Иманскийҙың кәңәше буйынса 16 йәшлек Фәйзи СССР-ҙың Ҙур театры ҡарамағындағы хореография техникумына уҡырға бара. 1928—1932 йылдарҙа данлыҡлы балетмейстер Игорь Моисеев класында һабаҡ ала, артабан Ленинград хореография училищеһында уҡыта.
Училищела Башҡортостандың һәләтле балаларына милли бүлек асыу өсөн Мәскәү түрәләре тупһаһын Фәйзи Әҙеһәм улы йыш тапай. Йөрөй торғас, ул Надежда Крупскаяның үҙенә барып етә һәм мәсьәлә ыңғай хәл ителә.
1934 йылда Фәйзи Ғәскәров иң талантлы балаларҙы һайлап, Ленинградҡа алып бара. Улар араһында Зәйтүнә Насретдинова, Хәләф Сафиуллин, Фәүзи Саттаров, Майя Таһирова кеүек киләсәктә балҡыясаҡ сәхнә йондоҙҙары була.
Башҡорт бейеү сәнғәтен үҫтереү теләге Фәйзи Ғәскәровҡа тынғылыҡ бирмәй. Остазы Игорь Моисеев был ынтылыуҙы хуплай, һәм егеткә ауылдарға йөрөп халҡының йолаларын, көнкүрешен, милли музыкаһын яҡындан өйрәнергә кәңәш итә. Башҡортостанға ҡайтып, ауылдар буйлап этнографик экспедицияларға сығыу бәхетенә өлгәшә Ғәскәров. Яңы бейеүҙәр һалыу өсөн материалдар туплай, шул уҡ ваҡытта һәләтле йәштәрҙе йыя. 1939 йылдан алып Фәйзи Ғәскәров яңы ғына ойошторолған бейеү ансамбленең художество етәксеһе булып китә. Ансамблдең маҡсаты һәм бурыстары — милли сәнғәтте пропагандалаусы профессиональ труппа төҙөү, халыҡ ижадының бөйөклөгөн һәм үҙенсәлеген һаҡлау, халыҡ бейеүҙәренең үҙенә генә хас формаларын ҡулланыу. Фәйзи Ғәскәров тамашасы һөйөүен яулаған «Гөлнәзирә», «Зарифа», «Ете ҡыҙ», «Байыҡ» исемле беренсе бейеүҙәрен ҡуя.
1941 йылдың йәйендә Мәскәүҙә башҡорт сәнғәте декадаһы үтергә тейеш була, әммә быға ҡәһәрле һуғыш ҡамасаулай. Фәйзи Ғәскәров 1942 йыл башында үҙе теләп һуғышҡа китә. Фронтта Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәренән бейеү ансамбле төҙөй һәм яугирҙар өсөн концерт эшмәкәрлеген башлай. Илгә афәт килгән осорҙа яугирҙәрҙең рухын күтәреп, Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡыҙыу фронттарҙа сығыш яһай.
1943 йылдың аҙағында бейеү сәнғәтенең киләсәге хаҡына Ғәскәров Өфөгә ҡайтарыла.
1944 йылда төрлө етәкселәр менән килеп сыҡҡан низағтар һәм хәл ителмәгән тораҡ мәсьәләһе уны республиканан китергә мәжбүр итә. Ҡазанда ойошторолған Татар бейеү һәм йыр ансамблендә эшләй, уның өсөн бик күп бейеүҙәр ҡуя. Улыр араһында: «Шыма баҫ», «Кейәү», «Салғысы егет», «Шишмә буйында», «Башҡорт егете бейеүе», һ.б. 1945 йылда Горький ҡалаһында үткәрелгән бәйгелә ансамбль беренсе урын ала.
1950 йылдың аҙағында Башҡорт бейеү ансамблен етәкләү өсөн Өфөгә саҡырыла.
Йылдар үтеү менән Фәйзи Ғәскәров ойошторған ижади коллективтың даны ҡитғаларҙы урап сыға. Африка, Азия, Европа илдәре милли бейеүҙәрҙе ҡарап һоҡлана.
Фәйзи Ғәскәров оҙаҡ сирләгәндән һүң, 1984 йылдың 18 июнендә вафат була.
Арҙаҡлы хореограф-балетмейстерҙың башҡорт сәнғәтенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Шуға ла уның исеме бер ваҡытта ла халыҡ теленән төшмәй.