Иҙрис Ғәзиев— йырсы, Башҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы. Сәнғәт фәне кандидаты, вокал сәнғәте кафедраһы профессоры.
1960 йылдың 21 апрелендә Ауырғазы районы Ҡорманай ауылында тыуған. Өфөнөң 2-се музыкаль-педагогия училищеһында уҡыған (уҡытыусыһы Лилиә Кәримова).
1986 йылда Өфө сәнғәт институтын «Концерт-камера йырсыһы, уҡытыусы» һөнәре буйынса (М. Г. Мортазина класы), 1996 йылда — Рәсәй сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре белемен күтәреү институтын «музыкаль театр режиссеры» һөнәре буйынса (Мәскәү, Н. И. Кузнецова курсы) уҡып сыға.
1986—2010 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй.
2001 йылдан бирле Өфө дәүләт сәнғәт академияһында вокал сәнғәте, эстрада джаз башҡарыусылары һәм тауыш режиссерҙары кафедраһында уҡыта . Профессор, сәнғәт фәне кандидаты. Кандидатлыҡ диссертацияһын «Волга-урал мосолмандары вокаль мәҙәниәтендә профессионализмдың формалашыуы һәм үҫеше» темаһына 2009 йылда Ҡазанда яҡлай.
Иҙрис Ғәзиев башҡарған әҫәрҙәргә сит ил (Г. Ф. Гендель, К. Дебюсси, Д. Каччини, Ф. Шуберт, Р. Шуман), үҙебеҙҙең композиторҙарҙың (М. И. Глинка, С. В. Рахманинов,. Н. А. Рим-Корсаков, П. И. Чайковский), башҡорт — («Ашҡаҙар», «Бейеш», «Ғайса ахун», «Зөлхизә», «Һандуғас», «Эскадрон»), татар композиторҙарының («Әллүки», «Зөбәржәт», «Урман», «Таһир-Зөһрә» һ. б.) әҫәрҙәрен башҡара. «„Урал батыр“ башҡорт эпосын уҡығас» 3-сө симфония, Морат Әхмәтовтың 4-се «Реквием-оҙон көй» симфонияһында тенор партияһын, Салауат Низаметдиновтың «Мөхәббәт йондоҙо» рок-операһында Егет ролен, А. З. Монасиповтың «Туҡай ритмдарында» симфоник поэмаһында (2-се ред.), Р. Харис шиғырына Р. Әхиәрованың «Аҡ һөлгө» вокаль-симфоник поэмаһында, Р . Ю. Абязовтың «Йырға әйләнгән…» триптихында, Нур Дауытов, Заһир Исмәғилев, Айрат Кәримов, Рафаил Ҡасимов, Салауат Низаметдинов, Рим Хәсәнов, Данил Хәсәншин һәм башҡаларҙың йыр һәм романстары инә.