Хәким Ғиләжев— башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983), Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
1923 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантонының Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуған.
Хәким Ғиләжевтар быуыны батырҙар, көрәшселәр, яугирҙәр быуыны. Инде фашизмдан йолоп ҡалған — аҫыл ирҙәр, ҡыйыуҙар, беҙ бит уларҙың сабыуҙарына тотоноп үҫтек. Бөтә барлығыбыҙ менән, бар булыуыбыҙ менән улар алдында бурыслыбыҙ. Ул изге бурысты ҡайтара алдыҡмы һуң, яҙмышыбыҙ, булмышыбыҙ менән?
Хәким Ғиләжев һуғыштың тәүге көндәрендә үк хәрби училище тамамлап, ауыр һуғыш юлдарын үтә, ҡаты яралана һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр I дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдары менән наградлана.
Һуғыштан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында уҡыта. СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел, әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр була, «Совет Башҡортостаны» газетаһында ла эшләп ала, 1955—1968 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында баш мөхәррир була. 1968 — 1972 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын башҡара. СССР һәм РСФСР Яҙыусылар союздары идараларының ағзаһы итеп һайлана. БАССР Юғары Советы депутаты була.