Ғариф Мортаза улы Ғүмәров — яҙыусы, тәржемәсе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
1891 йылда Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районы) тыуған.
Ғариф Ғүмәр (Ғариф Мортаза улы Ғүмәров) 1891 йылдың 10 декабрендә элекке Бәләбәй өйәҙенең Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 13 йәшенә тиклем өйҙә тәрбиәләнә, мәҙрәсәлә уҡый.
1904 йылда арҡаһына киндер муҡса аҫҡан 13 йәшлек Ғариф белем эҙләп өйөнән сығып китә. Ул алыҫ Ырымбурға юл ала. Унда заманына күрә алдынғы уҡыу йорто — «Хөсәиниә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә, был мәҙрәсәлә Ҡөрьән менән бер рәттән донъяуи белем дә бирелә. Мәҙрәсәлә биш йыл уҡыу эсендә ул Пушкин, Некрасов, Горький әҫәрҙәре менән таныша, алдынғы фекерле йәштәр менән аралаша. Йәш шәкерт уҡыу программаларын ҡайтанан ҡарауҙы, мәҙрәсәләге тәртиптәрҙе үҙгәртеүҙе талап итә. Йәштәрҙең яңылыҡтар индереү өсөн хәрәкәте 1909 йылда забастовкаға әйләнә. Мәҙрәсә етәкселәре шәкерттәрҙең был тиклем ҡаты талабынан хафаға ҡала һәм, артабанғы сығыштарға юл ҡуймау өсөн, иң әүҙем шәкерттәрҙе ҡыуырға ҡарар итә. Уҡыуҙан ҡыуылған 50 шәкерт араһында Ғариф Ғүмәр ҙә була. Уға тыуған ауылына әйләнеп ҡайтырға тура килә. 1915 йылға тиклем ул уҡытыусы булып эшләй.
1915 йылдың көҙөндә Ғүмәр батша армияһына саҡыртыла, уны алдынғы һыҙыҡҡа ебәрәләр. Белемле, шарттарға ҡарап оҫта эш итә белеүсе егет тиҙ арала һалдаттар араһында абруй ҡаҙана. 1917 йылда уны 10-сы армияның мосолман съезына делегат итеп һайлайҙар. Форум эше тамамланғас, Ғүмәрҙе Өфөгә әҙәбиәт артынан ебәрәләр. Тыуған ауылына ҡайтҡас, Ғариф өйҙә ҡала. Фронтҡа ул башҡаса эләкмәй.
Тыуған Башҡортостанын колчактар һәм аҡ чехтар баҫып алғас, батша армияһының элекке һалдаты Ғариф Ғүмәр Ҡыҙыл Армия частары менән китә, ә 1919 йылдың апрелендә Боғорослан ҡалаһында ул ҡыҙыл армеец булып китә.
Бер йылдан һуң Ғүмәр Өфөнөң «Ҡыҙыл юл» гәзитендә эшләй башлай. Был уның профессиональ журналист эшмәкәрлегенең башы була. Ул редакция баҫҡыстарының бөтәһен тиерлек үтә. 1934 йылда Ғариф Ғүмәр Башҡортостан китап нәшриәтенә күсә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ғүмәр Башҡорт дәүләт филармонияһының әҙәби бүлек мөдире була. 1944 йылда тәжрибәле журналист һәм яҙыусыға ҡыуғынсылар өсөн күп тиражлы «Ағас — фронтҡа» гәзитен ойоштороуҙы йөкмәтәләр. Ғариф Ғүмәр әҙәбиәткә яҙыусы ғына түгел, урыҫ классикаһы, танылған совет яҙыусылары әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүсе булараҡ та килеп инә. Ғүмәрҙең тәүге шиғырҙар, хикәйәләр, поэмалар йыйынтығы — «Ҡыҙыл усмалар» китабы 1925 йылда донъя күрә.
Ғариф Ғүмәр балалар әҙәбиәте өлкәһендә күп һәм уңышлы эшләй. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа яҙыусы эпик әҫәрҙәр өҫтөндә эшләй. «Тулҡын өҫтөндәге ҡала» повесы һалсыларҙың фиҙакәр хеҙмәте тураһында. Яҙыусының «Тупһанан түргә» автобиографик повесы башҡорт әҙәбиәтендә һиҙелерлек күренеш була. Ғариф Ғүмәр был әҫәрҙә бәләкәй Зарифтың тормошон сағыу һүрәтләй, дәүер ҡампа-ҡаршылыҡтарын күрһәтә.
Ул күп кенә пьесаларҙың авторы. Ғариф Ғүмәр 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы була. 1974 йылдың 18 авгусында вафат була, Мосолман зыяратында ерләнгән.
«Ҡыҙыл усмалар» тигән беренсе китабы 1925 йылда баҫыла.
«Революция елдәре» (1925),«Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт» (1947), «Тулҡын өҫтөндәге ҡала» (1954), «Тупһанан түргә» (1953), «Жаңыл» (1960), «Ел ҡыҙы» (1966) повестары бар.