Ибраһимов Ғәлимйән

Ибраһимов Ғәлимйән

Ғәлимйән Ибраһимов 1887 йылдың 13 мартында хәҙерге Ауырғазы районының Солтанморат ауылында тыуа. Өс йыллыҡ мәктәпте яҡшы тамамлағас, уҡытыусыһы уға Пушкин китаптарын бүләк итеп: «Ғәлимйән, Пушкин — урыҫ әҙәбиәте пәйғәмбәре, һин мосолман халҡы әҙәбиәте пәйғәмбәре бул!» — ти. Ғәлимйән Ырымбур мәҙрәсәһендә биш йыл уҡый. Унан һуң Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә белем ала. Һабаҡташтары — Шәйехзада Бабич, Хәсән Туфан, Сәйфи Ҡудаш, Мәжит Ғафури менән шунда дуҫлаша. «Яҙ башы» тигән беренсе хикәйәһе 1910 йылда донъя күрә. Унан һуң «Ҡаҙаҡ ҡыҙы», «Беҙҙең көндәр», «Йәш йөрәктәр», «Тәрән тамырҙар» романдары һәм башҡа әҫәрҙәре нәшер ителә. Бер үк ваҡытта фәндең төрлө тармаҡтары менән етди шөғөлләнә. Телдең фонетикаһы, морфологияһы, синтаксисы, тарихы тураһында махсус хеҙмәттәр баҫтыра. Уның грамматика буйынса баҫтырған хеҙмәттәре барлыҡ төрки телле халыҡтарҙа уҡыу-уҡытыу әсбабы сифатында ҡулланыла. 1925 йылда әҙипкә «академик» дәрәжәһе бирелә. 1928 йылда ул — «Хеҙмәт Геройы» исеме дәрәжәһенә күтәрелә. 
Яҙыусы, тәнҡитсе, публицист,  педагог, методист, әҙәбиәтсе, телсе, философ, тарихсы, күп журналдарҙың баш мөхәррире, революционер (дүрт ай Колчак армияһы тылында разведчик), йәмәғәт эшмәкәре, Ленин, Сталин менән берлектә милли мәсьәлә буйынса шөғөлләнеүсе..... Ғәлимйән Ибраһимов 1915—1917 йылдарҙа «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыта.  Барыһынан да бигерәк, ул көслө прозаик була. 
Ғ. Ибраһимовтың әҙәби әҫәрҙәре (хикәйә, повесть, романдары) урыҫ теленә тәржемә ителә. Урыҫ теле аша улар,  башҡа милләттәргә, Ер йөҙөнә тарала. Ләкин илдә ҡупҡан репрессия дауылдары Ғ. Ибраһимов ише бөйөк шәхесте лә урап үтмәй. 1937 йылдың ғинуар айында Ҡазандағы Пләтән төрмәһендә яҡты донъя менән хушлаша. 20 йылдан һуң ғына аҡлана. 
 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb