Ирсаева Нурия

Ирсаева Нурия

Ирсаева Нурия Исхаҡ ҡыҙы — башҡорт совет һәм Рәсәй театр актёры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының, Татарстандың) һәм РСФСР-ҙың  халыҡ артисы.

Ирсаева Нурия Исхаҡ ҡыҙы 1942 йылдың 13 октябрендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Ҡанбәк ауылында тыуған . 1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, ә 1987 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Сергей Кайтовтың режиссёр Шәүрә Мортазина ҡуйған «Балаларым минең» пьесаһында Вера ролендә тәү башлап сығыш яһай.

Спектаклдәрҙәге ролдәре:

  • Сәрүәр («Башмағым» Хәбибулла Ибраһимов);
  • Ғәлиәбаныу («Ғәлиәбаныу» Фәйзи Мирхәйҙәр);
  • Илгизә («Әсәләр көтәләр улдарын» Әсғәт Мирзаһитов);
  • Ғәлиә («Тапшырылмаған хаттар» А. Ҡотой — Рифҡәт Исрафилов)
  • Мәйсәрә («Зәңгәр шәл» Кәрим Тинчурин)
  • Серафина («Нискавуори ҡатындары» Хелла Вуолийоки)
  • Миләүшә («Миләүшә, әсе миләш» Нәжиб Асанбаев)
  • Айгөл («Айгөл иле» Мостай Кәрим)
  • Домна Пантелеевна («Таланттар һәм табыныусылар» Александр Островский)
  • Мария («Изгеләрҙән изге» Ион Друцэ)
  • Вера («Балаларым минең» Сергей Кайтов)
  • Айһылыу («Айһылыуҙың айлы кистәре» Ибраһим Абдуллин) һәм башҡалар

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb