Таңһылыу Ҡарамышева— башҡорт шағирәһе, 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышева 1948 йылдың 3 мартында Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.
Өфөләге 1-се һанлы башҡорт интернат-мәктәбен, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Хеҙмәт юлын «Башҡортостан ҡыҙы» журналында башлай. Артабан СССР фәндәр академияһының Башҡортостан филиялы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып алты йыл эшләй. «Ленинсы», «Башҡортостан пионеры», «Һәнәк», «Ағиҙел» журналдарында ла эшләй. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында «Йәшлек» гәзитен ойоштороуға күп көс һала, мөхәррир урынбаҫары була. Артабан «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәгенең яуаплы сәркәтибе вазифаһын да алып бара.
1993 йылдан ул йәштәр журналы «Шоңҡар»ҙы ойоштороп сығарыуҙа ҡатнаша. 1994 йылдан баҫманың баш мөхәррире була.
Оҙаҡ йылдар дауамында республика матбуғатында эшләй. Шоңҡар журналының беренсе баш мөхәррире.
Китаптары: