Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Шәхестәр
Карим Мустай
Карта учреждений и афиш
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карим Мустай
Мостай Кәрим — бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, граждан һәм яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим — донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе. Үҙенең бар көсөн һәм талантын ул бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышланы. Уның китаптары тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителгән. Ил өсөн ауыр һынылыш мәлдәрендә лә ул өндәшмәй ҡала алманы. Аҡыллы һүҙе халыҡ араһында ҡайтауаз булып яңғыраны. Һәр кем өсөн туғанындай яҡын кеше булды. Халыҡ уны юғары әҙәби маһирлығы, таланты һәм кешелек сифаттары өсөн яратты.
Мостафа Сафа улы Кәримов (Мостай Кәрим) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Шишмә районында Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Үҙенең шиғырҙарын буласаҡ шағир алтынсы синыфта яҙа башлай. 16 йәшендә тәүге шиғырҙар тупланмаһын баҫтыра. 1935 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә, уны 1941 йылда тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Муром элемтә училищеһына йүнәлтмә ала. 1942 йылдың майында кесе лейтенант вазифаһында 17 — се мотоуҡсылар бригадаһына артдивизиондың элемтә начальнигы итеп ебәрелә. 1942 йылдың авгусында ҡаты йәрәхәтләнә, ярты йыл тирәһе госпиталдәрҙә дауалана. Һауығып сыҡҡас, Воронеж фронтының «За честь Родины» һәм 3-сө Украина фронтының «Советский воин» гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Еңеүҙе Венала ҡаршы ала. Был һуғыш тураһында һуңынан ул бик күп яҙа, йәштәр менән һөйләшә.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Мостай Кәрим үҙен тулыһынса ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә арнай. СССР Яҙыусылар союзы һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы эшендә әүҙем ҡатнаша. 1951 — 1962 йылдарҙа БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе, 1962 — 1984 йылдарҙа — РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретаре вазифаһын башҡара.
Мостай Кәримдең ижади эшмәкәрлеге үткән быуаттың 30-сы йылдар уртаһында башлана. Ул йөҙҙән ашыу шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәре йыйынтыҡтары, тиҫтәнән артыҡ драматургия әҫәрҙәре авторы. Лайыҡлы рәүештә башҡорт әҙәбиәтенең классигы булып һанала. Башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына ингән «Айгөл иле», «Йәйәүле Мәхмүт» драмалары, «Ҡыҙ урлау» комедияһы, «Ай тотолған төндә», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!» трагедиялары, «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Оҙон — оҙаҡ бала саҡ», «Ярлыҡау» повестары һәм башҡа бик күп әҫәрҙәре быға дәлил. Улар юғары фәлсәфәүи мәғәнә, ысын гражданлыҡ, ҡанатландырғыс изгелек һәм романтизм рухы менән һуғарылған. Алтын көҙөнә тиклем йәшлек ялҡынын, яҡты ихласлыҡ, изгелек һәм кешелеклелек тойғоларын һаҡлап ҡалыусы бөйөк романтик булды ул. Сикһеҙ ихлас, алсаҡ кеше булараҡ, ул беҙҙең өсөн һәр саҡ өмөт һәм ышаныс сығанағы булып торҙо.
Мостай Кәримдең эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан юғары баһалана. М. С. Кәримов — Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР -ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, СССР - ҙың Дәүләт премияһы, Ленин премияһы, РСФСР — ҙың К. А. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияһы, М. Шолохов исемендәге Халыҡ — ара премия лауреаты, ике Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, «Почет билдәһе» ордены, Iһәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, IIһәм III дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн», Салауат Юлаев ордендары менән наградланған.
Мостай Кәрим үҙ иленең бөйөк кешеһе. Республикабыҙ үҫешенә бәйле көнүҙәк һорауҙарға ҡағылышлы үҙ фекерен ул асыҡ һәм ҡыйыу белдерҙе. Мостай Кәримде бөйөк Ватаныбыҙ — Советтар Союзы тарҡалыуы бик борсолдорҙо. Һуңғы ауыр йылдарҙа ватандаштарыбыҙ өлөшөнә төшкән бәләләрҙе үҙ ҡайғыһы кеүек күреп ҡабул итте ул. Советтар Союзының Коммунстар партияһы идеологияһы һәм йолаларына хөрмәт менән ҡараны. «Партия нисек кенә аталмаһын, әгәр халыҡҡа яҡын икән, тимәк ул — өмөт партияһы. Кеше өмөтһөҙ йәшәй алмаған кеүек, йәмғиәт тә халыҡҡа ярҙам итеүсе көскә мохтаж», — тине ул.
Мостай Кәрим 86-сы йәшендә, 2005 йылдың 21 сентябрендә вафат булды. Өфөнөң Мосолмандар зыяратына ерләнде.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Мифтахетдин Акмулла
Янаби Тухват
Аралбаев Кадим
Ирсаева Нурия
Рахматулла Салават
Бүлек яңылыҡтары
Музей почты в Уфе участвовал в акции «Ночь музеев»
Шәмбе, 20 май 2023
Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы Сүриә Ғималованың ижад кисәһе уҙҙы
Шаршамбы, 19 октябрь 2022
Башҡортостандың хор капеллаһы тыуған көнөн концерт менән билдәләне
Шишәмбе, 12 апрель 2022
Өфөлә «Кино төнө» Бөтә Рәсәй акцияһы үтә
Йома, 24 август 2018
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө