Каримов Тагир

Каримов Тагир

Композитор Таһир Шәкир улы Кәримов 1912 йылда Ауырғазы районының Әхмәр ауылында тыуған. Ул алты йәшенән тальянда өҙҙөрөп уйнарға өйрәнә. Уның олатаһы батша армияһында полк оркестрында музыкант була, әсәһе матур йырлаған һәм ҡумыҙҙа оҫта уйнаған.
Башланғыс класс уҡыусыһы Таһир, район смотрында беренселекте алып, гармун менән бүләкләнә. Алтынсыны тамамлағанда уға тальян һатып алалар. Ә 1929 йылда сик һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән ағаһы янына Ашхабадҡа китә. Бер үк ваҡытта уҡый ҙа, эшләй ҙә, ебәк туҡымалар техникумын тамамлай. Эшкә Үзбәкстандың Ҡаған ҡалаһына ебәрәләр. Буш ваҡытында ҡулына баян ала, үҙаллы нота танырға өйрәнә.
Бер ваҡыт уны Фәйзи Ғәскәров күреп ҡала һәм Өфөгә эшкә саҡыра. Шулай итеп, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең музыка бүлеге етәксеһе вазифаһында хеҙмәт юлы башлана. Фәйзи Ғәскәров менән Таһир Кәримов икәүләп яңғыҙ, парлы, күмәк бейеүҙәр ҡуя. Ансамбль «Бүләк», «Өс таған», «Ете ҡыҙ», «Дуҫлыҡ», «Бөрйән ҡыҙҙары», «Болғар сюитаһы», «Төҙөүселәр» кеүек нисәмә тиҫтә йыл буйы йөҙөк ҡашындай балҡып торған бейеүҙәрҙе сәхнәгә сығара. Уларға көйҙө Таһир Кәримов яҙғанлығын белеүселәр аҙҙыр хәҙер.
1956—1972 йылдарҙа Таһир Кәримов Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыка бүлеге мөдире булып эшләй. Утыҙҙан ашыу спектаклгә көй яҙа: «Яңғыҙ ҡайын», «Ҡыҙ урлау», «Бажалар», «Ялҡынһыҙ яна йөрәк», «Йөрәк менән шаярмайҙар», «Ул ҡайтты», «Айгөл иле», «Тиле йәшлек», «Һин ҡайҙа?», «Әсәйемдең сал сәстәре», «Боҙҙар аҡтарылғанда», «Серле моң»...
Таһир Кәримов ни бары 66 йәшендә вафат була. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb