Килдейәрова Флүрә

Килдейәрова Флүрә

Флүрә Килдейәрова Башҡортостан Республикаһының сағыу һәм талантлы йырсыларының береһе. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар, Ғ.С. Әлмөхәмәтов исемендәге республика йәш йырсылар конкурстары лауреаты. Килдейәрова көслө вокал һәләтенә, оҫта башҡарыу техникаһына эйә. Башҡорт йырсыһы (сопрано) Башҡортостандың Учалы районы Илсеғол ауылында тыуып үҫкән. 1981 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. 1981–89 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы була, 1989 йылдан – Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. – Көйҙәрҙе мин тиҙ отоп ала торғайным, – тип хәтергә ала йырсы. – Радионан тыңлап отоп, хатта Салауат арияһын йырлап йөрөй торғайным. Миңә элек-электән етди музыка оҡшаны, классик ариялар, романстар тыңларға ярата инем. Шуға күрә һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, һис икеләнмәй, йырсы булам, тинем. Сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә алманылар, хор дирижерлығы бүлегенә уҡырға индем. Имтиханда «Таштуғай» менән «Былбылым»ды йырланым. Флүрә Әхмәтша ҡыҙының репертуарында рус, сит ил, башҡорт һәм татар композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, башҡорт халыҡ йырҙары. Килдейәрованың йырсы булараҡ оҫталыҡ кимәле башҡорт халыҡ йырҙарының классик өлгөһө булған оҙон көйҙө башҡарыуында күренә. Ул Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы булып тора. – Халыҡ йырҙарын башҡарып, мин бөтә Еропаны – Германия, Бельгия, Голландия, Венгрия, Румыния, Польша, Италия, Франция – буйлап йөрөп сыҡтым, — тип һөйләй Флүрә Килдейәрова. Фольклор программаһы менән Ҡытайҙа, Төркиәлә, Копенгагенда сығыш яһай. Германияла Дрезденда, Лейпцигта, Һаллела була. 2006 йылда Флүрә Килдейәрова үҙ тормошо һәм ижады хаҡында «Урал ынйыһы» китабын сығара.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb