Килмөхәмәтов Тимерғәли

Килмөхәмәтов Тимерғәли

Тимерғәли Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов — башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.

Тимерғәли Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов 1941 йылдың 19 декабрендә Үзбәк ССР-ы, Серов станцияһы ҡасабаһында тыуған.

Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар мәктәбен тамамлай. 1962—1966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. 1967—1970 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһынан һуң кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1970 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй.

Тимерғәли Килмөхәмәтовтың фәнни хеҙмәттәре башҡорт драматургияһының поэтикаһын өйрәнеүгә, әҙәбиәт ғилеме методологияһына, әҙәби портреттар ижад итеүгә арналған. «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» (1990—1996) баҫмаһы авторҙарының береһе; 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

«Күк тояҡҡай», «Хаҡлыҡ үлмәй», «Йәнкиҫәк» йыйынтыҡтарына ингән хикәйәләре һәм повестары замандаштарының рухи донъяһына иғтибар итеүе, психологизм, тел байлығы тасуирлығы менән айырылып тора.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb