Ҡудашева Фәриҙә

Ҡудашева Фәриҙә

Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы Ҡудашева — йырсы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының  һәм Татарстандың халыҡ артисы.

Ҡудашева Фәриҙә Йәһүт ҡыҙы 1920 йылдың 15 декабрендә Башҡортостандын Шишмә районы Келәш ауылында тыуған башҡорт ҡыҙы.

Фәриҙә кескәй сағынан уҡ йырларға ярата. Дүртөйлөлә 7 синыфты тамамлағас, 1936 йылда Өфө сәнғәт техникумының театр бүлегендә белем ала. 1939−1941 йылдарҙа Дүртөйлө колхоз-совхоз театрында эшләй. 1948 йылда тәүге тапҡыр радио аша йырлағандан һуң бөтә илгә таныла.

1944—1947 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Башҡортостан радиокомитетында эшләй. 1956 йылдан, Башҡорт дәүләт филармонияһында йырсы булараҡ тамашасылар һөйөүен яулай, киң билдәлелек ала. Тормош иптәше, күренекле башҡорт артисы һәм композиторы Бәхти Ғайсин менән бергәләп ижад итәләр.

Башҡорт эстрада сәнғәте үҫеше Фәриҙә Ҡудашева ижадына бәйле. Йырсының сығыштарын Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙағстан, Себер һәм Азия, Балтик буйы илдәрендә йәшәгән башҡорт һәм татар халҡы яратып ҡарай. Уның репертуарында башҡорт һәм татар композиторҙары әҫәрҙәре, халыҡ йырҙары урын ала.

Юғары башҡарыу оҫталығы өсөн йырсыға 1956 йылда Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған, 1968 йылда — халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемдәр бирелә. Фәриҙә Ҡудашева шулай уҡ Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән, ул — РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1972) һәм Татарстандың халыҡ артисы (1990). 1995 йылда уға «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә, 1996 йылда йырсы Татарстандың Ғабдулла Туҡай исмендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.

Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы Ҡудашева 2010 йылдың 9 октябрендә 90-сы йәшендә вафат булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb