Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙы — башҡорт балет артисы. РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
1949 йылдың 9 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.
1958 йылда Ленинград хореография училищеһы вәкилдәре башҡорт бүлегенә уҡыусылар йыйыу өсөн Өфөгә килә. Һайлап алынған балалар араһында ун йәшлек Леонора Ҡыуатова ла була. Шулай итеп, журналист менән табип ғаиләһендә донъяға килгән ҡыҙсыҡ сәнғәт һуҡмағына аяҡ баҫа.
Был уҡыу йортона ингәндәрҙең иңенә ҡәҙимге мәктәптәгегә ҡарағанда өсләтә ауыр йөк төшә: бер юлы дөйөм белем алырға, музыкаға уҡырға, хореография дәрестәрендә шөғөлләнергә тура килә. Һәр кемдең дә түҙемлеге, ихтыяры етерлек түгел. Ул йылды Башҡортостандан ун дүрт кеше китә, һигеҙ йылдан бишеһе әйләнеп ҡайта. Ғәжәп түгел: сәнғәттең иң нескә, бик шартлы, ифрат ауыр был төрө бөтә «теләйемдәрҙе» ҡорбан иттерә, бөтә тормошоңдо бер маҡсатҡа һәм тик «кәрәккә» буйһондора. Өҙлөкһөҙ күнекмәләр, ҡәтғи режим, алһыҙ-ялһыҙ репетициялар ғүмереңдең йөкмәткеһенә әүерелә.
Ленинградтан ҡайтҡан 18 йәшлек һәләтле ҡыҙҙы Ҡазанға ҡоҙаларға, фатир асҡысы тотоп, атаҡлы балерина Нинель Юлтыева килеп етә. Бер йылдан киләсәктә ҙур танылыу яулаясаҡ өмөтлө солист Сергей Козадаевҡа партнерша итеп Ленинград Бәләкәй опера һәм балет театрына саҡыралар. Әммә Леонора был тәҡдимдәрҙән баш тарта, сөнки уның менән Пермь хореография училищеһын тамамлап ҡайтҡан бейеүсе Шамил Тереғолов араһында ғишыҡ уты тоҡана. Ике йылдан улар өйләнешә. Егерме биш йыл буйы сәхнәлә бергә бейейҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул өс йыл элек мәрхүм булды. Ире тураһында һөйләүен үтенгәс, Леонора Сафый ҡыҙы Шамил Әхмәт улының тик эш тип йәшәүен билдәләне. Әлбиттә, өйгә бик йоҡмаған да ул. «Һәйбәт кеше ине, улыбыҙҙы бергәләп тәрбиәләп үҫтерҙек», — тине лә Ҡыуатова тәрән һоҡланыу хисе менән иренең хеҙмәт уңыштары тураһында һөйләүгә күсте. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Шамил Тереғолов, хореография училищеһының педагогы, балаларға ун йәштән алып бейеү серҙәрен өйрәткән, уҡыу йортон тамамлап эшкә килһәләр, театрҙың ҡуйыусы балетмейстеры булараҡ, улар менән спектаклдәр әҙерләгән — был һирәк осрай торған күренеш. Мәшһүр артистың исеме Башҡортостан сәнғәте тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.