Мәүлекәсова Гөлсинә

Мәүлекәсова Гөлсинә

Мәүлекәсова Гөлсинә Ғәлим ҡыҙы — балет артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, халыҡ-ара конкурстар бүләкләнеүсеһе һәм дипломанты.

Мәүлекәсова Гөлсинә Ғәлим ҡыҙы 1981 йылдың 19 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған. Атаһы Ғәлим Мәүлекәсов — музыкант, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.

1999 йылда Гөлсинә Ғәлим ҡыҙы Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһын тамамлаған (Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Л.Ҡыуатова класы).

1996 йылда студент сағында уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһында эшләй башлай. 2000 йылдан — театрҙың төп солисы. 2001 йылда контракт буйынса Санкт-Петербургта К. Тачкин балет труппаһында эшләй.

Гөлсинә Мәүлекәсова — Р. Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале ҡатнашыусыһы, унда И. И. Иебра (Рим операһы), Д.Тамазлакару (Staatsballet Берлин театры), М. Перетокин (Ҙур театр), А. Меркурьев (Ҙур театр) менән сығыш яһай.

2006 йылда Ярославлдә VII Халыҡ-ара Волков фестивалендә Л. Исмәғилеваның «Арҡайым» балетында бейей. Спектакль Рәсәй Хөкүмәтенең Волков исемендәге премияһы лауреаты була.

2008 йылда Башҡортостан Республикаһы төркөмөндә Францияла, ЮНЕСКО штаб-фатирында үткән сәнғәт оҫталары гала-концертында ҡатнаша.

2010 йылда «Рәсәй-Франция йылы» концерттарында ҡатнаша (Париж һәм Францияның башҡа ҡалалары).

Гөлсинә Мәүлекәсова Башҡорт опера һәм балет театрының бөтә спектаклдәрендә, концерт программаларында, юбилей кисәләрендә ҡатнаша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb