Мөбәрәков Арыҫлан

Мөбәрәков Арыҫлан

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, СССР-ҙың халыҡ артисы, актёр, режиссёр, драматург Арыҫлан Мөбәрәков 1908 йылдың 15 декабрендә Белорет районының Асы ауылында тыуған. 1934 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем ул Башҡорт академия драма театрында актер, режиссер, художество етәксеһе һәм директор булып эшләй.

Оҫта 20-нән артыҡ спектакль ҡуя, улар араһында Н. Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты», Р. Бикбайҙың «Ҡарлуғас», М. Фәйзиҙең «Аҫылйәр», Г. Әхмәтшиндың «Тальян гармун», Н. Нәжмиҙең «Яҙғы йыр», М. Кәримдең «Яңғыҙ ҡайын» һәм башҡалар.

Арыҫлан Мөбәрәковтың иң билдәле актерлыҡ эштәре драма һәм кинофильмдарҙа, шул иҫәптән Степан Злобин сценарийы буйынса режиссер Яков Протазановтың «Салауат Юлаев» фильмындағы Салауат Юлаев роле менән бәйләнгән.

Үҙ таланты менән ул Башҡортостан рухи яҡтан, үҙенең күренекле артистары менән көслө булыуын күрһәтте. Бөтә ғүмерен Башҡортостан Республикаһында театр сәнғәтен үҫтереүгә арнаған мәшһүр шәхесебеҙҙең исемен мәңгеләштереү маҡсатында актерҙың тыуған ауылы Асыла Арыҫлан Мөбәрәков музейы эшләй, Өфөнөң иң матур урамдарының береһенә уның исеме бирелгән, быйыл, ҡасандыр артист йәшәгән Ленин урамындағы 2-се йортта таҡтаташ асылды. Сибай башҡорт дәүләт драма театры Арыҫлан Мөбәрәков исемен йөрөтә, шулай уҡ театрҙа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb