Мөбәрәкова Гөлли

Мөбәрәкова Гөлли

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова  — башҡорт театр актёры, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, театр педагогы һәм режиссёр.

Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы 1936 йылдың 9 сентябрендә Өфөлә театр актерҙары ғаиләһендә тыуған (атаһы — СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков (1908—1977), әсәһе — РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, шағир һәм драматург, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәғиҙә Янбулатова.

Буласаҡ актрисаның бала сағы һәм үҫмер йылдары театрҙа үтә. Урта мәктәпте тамамлағас, ата-әсәһе бигүк риза булмаһа ла, Мәскәүҙәге А. В. Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтына уҡырға инә. 1959 йылда институттың башҡорт студияһын (О. И. Пыжова һәм Б. В. Бибиков класы) уңышлы тамамлап ҡайтҡас, үҙенең ярты быуатҡа һуҙыласаҡ ижад юлын Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай. Театрҙың Әҙәби советы ағзаһы. 1991—1997 йылдарҙа баш режиссер була. Өфө сәнғәт институтының (2003—2015 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы уҡытыусыһы, профессор. Бөгөнгө көндә театрҙа һәм уҡыу йортонда берҙән-бер СССР-ҙың халыҡ артисткаһы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb