29 июндә Өфөнөң С.Т.Аксаков исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында «Ҡурай моңо яңғыраған төйәгебеҙҙе һаҡлайыҡ» («Сохраним край, где звучит курай») тип аталған Азия һәм Кавказ халыҡтарының милли мәҙәниәттәре фестиваль-марафоны үтә.
Күптән түгел Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә "Спартак" балетының премьераһы булды. Спектаклде донъяның күренекле хореографы, СССР-ҙың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Ленин һәм СССР дәүләт премиялары лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, академик Юрий Григорович ҡуйҙы.