Яңылыҡтар архивы

«Ҡош юлы» Гитарала уйнап йырлаусыларҙың II асыҡ конкурсы

«Ҡош юлы» Гитарала уйнап йырлаусыларҙың II асыҡ конкурсы

Йома, 14 июнь 2013
15-16 июнь Ейәнсура районында «Шоңҡар» журналы, «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы менән берлектә гитарала уйнап-йырлаусыларҙың «Ҡош юлы» асыҡ конкурсы үтә. Конкурстың төп шарты – гитарала уйнап, башҡортса йырлау. 
Йәшәү менән үлем араһында...

Йәшәү менән үлем араһында...

Йома, 14 июнь 2013
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин әҫәре буйынса (Рәлиф Кинйәбаев инсценировкаһы) “Ер менән күк араһында” спектакленең премьераһы була.
Благовещен районында журналистар һабантуйы үтә

Благовещен районында журналистар һабантуйы үтә

Йома, 14 июнь 2013
14 июнь йәмле Благовещен төбәгендә журналистар һабантуйы үтә. Быйылғы фестивалдең темаһы – йәйге лагерь. 
Өфө «Мәскәү виртуоздарын» ҡаршылай

Өфө «Мәскәү виртуоздарын» ҡаршылай

Йома, 14 июнь 2013
14 июнь Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында СССР-ҙың халыҡ артисы Владимир Спиваков етәкселегендә «Мәскәү виртуоздары» Дәүләт камерный оркестрының ҙур концерты үтә. 
Башҡорт академия драма театрында журналистар менән осрашыу үтте

Башҡорт академия драма театрында журналистар менән осрашыу үтте

Йома, 14 июнь 2013
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 93-сө театраль сезонын ябыу айҡанлы журналистар менән осрашыу үткәрҙе. Пресс-конференцияны театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов асты. 
Донъяны рухиәт ҡотҡарыр

Донъяны рухиәт ҡотҡарыр

Йома, 14 июнь 2013
Күптән түгел “Башҡортостан” гәзите республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова менән тура бәйләнеш ойошторҙо. Ул халыҡты борсоған байтаҡ һорауҙарға яуап бирҙе, Мәҙәниәт министрлығының эше, киләсәккә маҡсаттары менән таныштырҙы.
«Берҙәмлек-Содружество» Халыҡ-ара фестивале тамамланды

«Берҙәмлек-Содружество» Халыҡ-ара фестивале тамамланды

Кесе йома, 13 июнь 2013
12 июнь В.И.Ленин исемендәге майҙанда йылдың сағыу тамашаларының береһе - «Берҙәмлек-Содружество» Халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестиваленең гала-концерты уҙҙы. Был фестиваль Башҡортостанда ғына түгел, ә тотош Рәсәйҙә мөһим сараларҙың береһе булып иҫәпләнә. 
Мәғлүмәтле булам тиһәң...

Мәғлүмәтле булам тиһәң...

Кесе йома, 13 июнь 2013
Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының археология һәм этнография музейы эргәһендә QR-код ҡуйылған алтаҡта барлыҡҡа килде. Үҙәктә аңлатыуҙарынса, “quick response — тиҙ яуап” тип аталған заманса маркировкалау алымы объект тураһында тулы яуап алыу мөмкинлеген бирә.
Гөрләп торҙо баш ҡала

Гөрләп торҙо баш ҡала

Кесе йома, 13 июнь 2013
12 июндә Өфөләр генә түгел, ҡала ҡунаҡтары ла өсләтә байрамды – Рәсәй, Ҡала һәм Салауат Юлаев көндәрен – ихлас күңелдән билдәләне. Тәбиғәт тә, тырыш халыҡҡа бүләк булһын тигәндәй, ҡояшлы, аяҙ көнө менән һәр кемде иркәләне. Байрам тантаналары иртә менән башланды. 
Земфира һәм Юрий Шевчук Өфөлә концерт бирәсәк

Земфира һәм Юрий Шевчук Өфөлә концерт бирәсәк

Шишәмбе, 11 июнь 2013
12 июнь билдәле Рәсәй эстрадаһы йырсылары Земфира һәм Юрий Шевчук Өфөлә ҡала көнөнә ҡарата концерт менән сығыш яһаясаҡтар. Тамаша «Аҡбуҙат» ипподромында үтә.
"Тәмле ярыш" конкурсы

"Тәмле ярыш" конкурсы

Шишәмбе, 11 июнь 2013
Ҡәҙерле дуҫтар! Башҡортостан юлдаш телевидениеһының рәсми сайты «Тәмле» тапшырыуы менән берлектә «Тәмле ярыш» конкурсын иғлан итә.
Ҡанлы йылдар онотолмай

Ҡанлы йылдар онотолмай

Шишәмбе, 11 июнь 2013
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультеты студенттары тамашасы хөкөмөнә “10 июль. Көн һәм быуат” исемле әҙәби-тарихи драма тәҡдим итте.
Матбуғатҡа яҙылайыҡ – милләтебеҙҙе ҡурсалайыҡ!

Матбуғатҡа яҙылайыҡ – милләтебеҙҙе ҡурсалайыҡ!

Дүшәмбе, 10 июнь 2013
Халыҡ өсөн тәғәйенләнгән матбуғат баҫмаларының тиражы кәмеүе – һуңғы тиҫтә йылда зыялыларыбыҙҙы иң тәрән уйландырған мәсьәләләрҙең береһе. Үҙгәртеп ҡороу, баҙар иҡтисадына күсеү осоронда әкренләп башланған һәм әле үҙен айырыуса ныҡ һиҙҙергән был кире күренеш милли гәзит-журналдарға, шул иҫәптән беҙҙең башҡорт баҫмаларына ла ҡағылмай ҡалманы. 
Мукан Түлебаев исемендәге Халыҡ-ара опера фестивале

Мукан Түлебаев исемендәге Халыҡ-ара опера фестивале

Дүшәмбе, 10 июнь 2013
5 июндә Төркиәнең Самсун ҡалаһында «Төрксойҙың опера көндәре» тип исемләнгән 16-сы халыҡ-ара фестиваль башланды. Был юлы ул бөйөк ҡаҙаҡ композиторы Мукан Тулебай иҫтәлегенә арнала. 
«Берҙәмлек» халыҡтарҙы берләштерә

«Берҙәмлек» халыҡтарҙы берләштерә

Йома, 07 июнь 2013
«Берҙәмлек–Содружество» Халыҡ-ара фестивале Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә мөһим саралар иҫәбендә. Мәҙәниәт фестивале халыҡ ижадын, кәсептәрен, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен популярлаштырыу, ижади коллективтар менән ныҡлы бәйләнештәр булдырыу, төрлө мәҙәниәттәр һәм йолалар менән танышыу, мәҙәни яңылыҡтар менән уртаҡлашыу кеүек изге маҡсаттар ҡуя. 
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Башҡортостан» гәзите менән берлектә тура бәйләнеш үткәрҙе

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Башҡортостан» гәзите менән берлектә тура бәйләнеш үткәрҙе

Йома, 07 июнь 2013
Кисә «Башҡортостан» гәзите редакцияһында Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән тура бәйләнеш үткәрелде. Гәзиттең баш мөхәррире Ниязбай Сәлимов бөгөнгө осрашыуҙың мөһимлеген, мәҙәниәт өлкәһендә хәл ителәһе мәсьәләләрҙең күплеген билдәләп китте.
“Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау” конкурсы

“Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау” конкурсы

Йома, 07 июнь 2013
Өфө предприятиелары һәм ойошмаларының эшсән йәштәре араһында “Тирә-яҡ мөхитте” һаҡлау” исемле конкурстың төп маҡсаты булып – социаль йүнлешле реклама яһау аша йәштәрҙең күңелендә яуаплылыҡ, әҙәплелек, миһырбанлыҡ һәм кеселеклелек кеүек кешелек өсөн үтә лә мөһим булған ҡиммәттәрҙе үҫтереү тора.
Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларының энциклопедиялары сығасаҡ

Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларының энциклопедиялары сығасаҡ

Йома, 07 июнь 2013
Баймаҡ ҡалаһы быйыл үҙенең 75 йыллығын, ә Сибай ҡалаһы 2015 йылда 60 йыллығын билдәләйәсәк. Ошо иҫтәлекле датаға арнап Баймаҡ һәм Сибайҙың тарихын, арҙаҡлы шәхестәрен, иҫтәлекле урындарын, данлыҡлы ойошмаларын сағылдырған энциклопедия донъя күрәсәк. Баҫмалар «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексында әҙерләнә.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле  йәш бейеүселәр йыя

Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле йәш бейеүселәр йыя

Йома, 07 июнь 2013
Классик, халыҡ, заманса бейеүҙәр, акробатика элементтары менән гимнастика кеүек дәрестәрҙә балалар менән ансамблдең билдәле бейеүселәре шөғөлләнәсәк.
Министрға һорау бир!

Министрға һорау бир!

Кесе йома, 06 июнь 2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә мәҙәниәтте үҫтереүгә айырыуса иғтибар йүнәлтте. Республикабыҙ етәксеһенең тәҡдимдәрен бойомға ашырыу йәһәтенән башҡарылаһы эштәр байтаҡ. Бының өсөн халыҡтың теләк-тәҡдимдәрен иҫәпкә алыу зарур. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb