Башҡортостандың 38 районынан 70 ауыл «Айыҡ ауыл-2013» республика конкурсында ҡатнашырға ғариза тапшырған. Уларҙы ҡабул итеү ошо көндәрҙә тамамланды., конкурс үҙе март айында старт алды.
Ошо көндәрҙә театр донъяһына яңылыҡ өҫтәлде: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Валентин Красногоровтың “Аяуһыҙ һабаҡ” пьесаһы буйынса ҡуйылған “Эксперимент” тип аталған спектакль күрһәтте.