Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Яңылыҡтар архивы
М.Аҡмулла исемендәге университет студенттары Болгарияла халыҡ-ара конкурста еңеү яуланы
Шишәмбе, 10 апрель 2012
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка-хореография бүлеге студенттары Болгарияла үткән XIII «Орфеева Дарба» халыҡ-ара бейеүселәр һәм йырсылар конкурсында алтын миҙалға лайыҡ булды.
«Башҡортостан» гәзите редакцияһында баҫманың 95 йыллығына арналған фотокүргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 09 апрель 2012
«Башҡортостан» гәзите редакцияһында баҫманың 95 йыллығына арналған фотокүргәҙмә асылды. Гәзиттең генә түгел, бөтә республиканың да тарихын сағылдырған 150 фотоһүрәт Матбуғат йортоноң 5-се ҡатында стендтарҙа урынлаштырылған.
Төбәктә тәүгә «Яратам һине, тормош!» фестивале үтәсәк
Дүшәмбе, 09 апрель 2012
«Яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләрҙең художестволы үҙешмәкәр ижады фестивале республикала тәүгә ағымдағы йылдың апрель һәм май айҙарында үтәсәк. Фестиваль гала-концерты 8 июндә Өфөлә үтәсәк.
Илшат Йомағоловтың хәтер кисәһе үтте
Йома, 06 апрель 2012
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында күренекле актер, драматург, педагог Илшат Йомағоловтың хәтер кисәһе үтте.
Башҡортостанға еңеү менән
Йома, 06 апрель 2012
Санкт-Петербург ҡалаһында үткән «Терем кроссовер» конкурс-фестивалендә виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм уның «Ҡурайсы» төркөмө «Тамашасы һөйөүе» наминацияһына лайыҡ булды.
Башҡорттарҙың Ҡазандағы милли-мәҙәни үҙәге ойошторолоуға 20 йыл тула
Йома, 06 апрель 2012
Ойошма республиканан ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙы бергә туплау, тарихи тамырҙарын, телен, милли-мәҙәни байлыҡтарын һаҡлау һәм киләсәк быуынға тапшырыу маҡсатында ойошторола.
Хәлимә Ғәббәсова концертына саҡыра
Йома, 06 апрель 2012
Бөгөн Өфөнөң «Конгресс-хол» бинаһында йырсы Хәлимә Ғәббәсова «Яҙмыштан бәхеттәр көтәм» тигән тәүге концерт программаһын тәҡдим итә.
Йылайыр районында атайҙар мираҫына ҙур хөрмәт менән ҡарайҙар
Йома, 06 апрель 2012
Йылайыр районында ауыл биләмәләре араһында «Атайҙар мираҫы» фестиваль-конкурсы үткәрелә, ул Рәсәй Федерацияһында Рәсәй тарихы йылы һәм Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арнала.
Яҙыусы Хәкимйән Зарипов вафат булды
Кесе йома, 05 апрель 2012
Башҡортостан халҡы, республикабыҙ әҙәбиәте ҙур юғалтыу кисерҙе. 83-сө йәшендә, ҡаты ауырыуҙан һуң күренекле яҙыусы, Хәкимйән Зарипов вафат булды.
Татарстан халҡын әсир иткән башҡорт рәссамы
Кесе йома, 05 апрель 2012
Баймаҡта тыуып үҫкән Абрек Абыҙгилдин 50 йылдан ашыу Ҡазанда йәшәй. Яҡташыбыҙ Рәсәйҙең атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ рәссамы, Ғабдулла Туҡай исемендәге премия лауреаты, оҙаҡ йылдар күрше республиканың рәссамдар берлеген етәкләй.
Күңелендә шиғриәт, эшмәкәрлегендә - халыҡ хәстәре
Кесе йома, 05 апрель 2012
Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы Рауил Бикбаевтың «Һайланма әҫәрҙәре» бишенсе томлығының исем туйы үтте.
Өзләүҙең киләсәге өмөтлө
Кесе йома, 05 апрель 2012
Ошо көндәрҙә Өфө сәнғәт училищеһында Роберт Заһретдиновтың ижад кисәһе үтте, «Өзләүҙе тергеҙеү» тип аталған тематик концертта ҡумыҙсы үҙе һәм уның уҡыусылары сығыш яһаны.
«Йондоҙ иле» конкурс-фестивале үтте
Кесе йома, 05 апрель 2012
Баш ҡалала Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған фортепиано сәнғәте фестиваль-конкурсы тамамланды.
Федоровкала мордва тарихи-мәҙәни үҙәге асыласаҡ
Кесе йома, 05 апрель 2012
6 апрелдә «Федоровка ауылы» мордва тарихи-мәҙәни үҙәген асыу тантанаһы үтәсәк.
«Урал моңо» конкурс-фестиваленең һайлап алыу туры дауам итә
Шаршамбы, 04 апрель 2012
Төрки йәштәренең халыҡ-ара «Урал моңо-2012» конкурс-фестиваленең һайлап алыу туры башланды.
Башҡорт рәссамына – юғары исем
Шаршамбы, 04 апрель 2012
Рәссам Хәтип Фазыловҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы» исеме бирелде.
Рөстәм Хәмитов Өфөлә ағас архитектура ҡомартҡылары музейын булдырырға тәҡдим итте
Шаршамбы, 04 апрель 2012
Кисә мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау мәсьәләһенә арналған түңәрәк өҫтәлдә Рөстәм Хәмитов Өфөлә тарихи-мәҙәни ағас архитектура ҡомартҡылары музейын булдырыу кәрәклеген билдәләне.
Учалы филармонияһы артистары Силәбе өлкәһендә сығыш яһаясаҡ
Шаршамбы, 04 апрель 2012
20 һәм 21 апрелдә Силәбе өлкәһендә Учалы филармонияһы артистарының гастроле үтәсәк.
Сәйфи Ҡудаштың шәхси китапханаһындағы китаптар БДПУ-ға тапшырыласаҡ
Шаршамбы, 04 апрель 2012
Башҡорт дәүләт педагогия университетының Китапхана- мәғлүмәт комплексында 10 апрелдә Башҡортостандың халыҡ шағиры Сәйфи Ҡудаштың мемориаль китапханаһы асыласаҡ.
Өфө сәнғәт училищеһында Салауат Низаметдиновтың юбилей концерты үтәсәк
Шаршамбы, 04 апрель 2012
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Ғәлимов Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты Салауат Низаметдиновтың юбилей концерты Өфө сәнғәт училищеһының концерт залында 5 апрелдә үтәсәк.
First
121
122
123
124
125
126
127
128
129
130
Last
Яңылыҡтар
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Бүздәк районындағы китапхана Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк
Йома, 31 январь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө