Яңылыҡтар архивы

Сираттағы социаль-мәҙәни акция старт алды

Сираттағы социаль-мәҙәни акция старт алды

Йома, 09 декабрь 2016
Акция “Мин яратам, һине, тормош” исеме аҫтында үтә һәм оло йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнә. Сарала 55-тән өлкәндәр, үҙешмәкәр башҡарыусылар ҡатнаша. 
Күңел менән күңел тоташты

Күңел менән күңел тоташты

Йома, 09 декабрь 2016
Журналист, яҙыусы, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рәлис Ураҙғоловҡа 50 йәш тулыу уңайлы "Китап" нәшриәтендә сираттағы китабы донъя күрҙе. Был юлы әҙип уҡыусыларға үҙенең повестан һәм хикәйәләрҙән торған “Эй, ғүмер юлдары... ” йыйынтығын тәҡдим итә.
Күмертауҙа һәм Ишембайҙа «Ҡыҙҙар моңо…»

Күмертауҙа һәм Ишембайҙа «Ҡыҙҙар моңо…»

Йома, 09 декабрь 2016
17 апрель көнө 13.00 сәғәттә Кумертау ҡалаһының «Дуҫлыҡ» Мәҙәниәт һарайында күренекле шағирә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты Тамара Ғәниева яҡташтары менән осраша.
Ҡайт ҡотом – һорай ҡотом!

Ҡайт ҡотом – һорай ҡотом!

Йома, 09 декабрь 2016
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы “Асыҡ ишектәр көнө” барышында башҡорт филологияһы факультеты “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү флешмобын уҙғарҙы. 
Салауат педагогия колледжында Гөлнур Яҡупова менән осрашыу

Салауат педагогия колледжында Гөлнур Яҡупова менән осрашыу

Йома, 09 декабрь 2016
Салауат педагогия колледжында Әҙәбиәт йылы айҡанлы күренекле яҙыусы Гөлнур Яҡупова менән осрашыу булып үтте. Әҙибәнең "Ҡатындар" трилогияһы буйынса уҡыусылар конференцияһы бик тә йөкмәткеле һәм фәһемле булды.
Әбйәлилдәр киноға төшкән

Әбйәлилдәр киноға төшкән

Йома, 09 декабрь 2016
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында рекламалауҙың һөҙөмтәһе булдымы, әллә ысынлап тағы бер башҡорт фильмының экранға сығыуы шулай ныҡ ҡыҙыҡһындырҙымы — “Родина” кинотеатрында тәүге тапҡыр күрһәтелгән “Етегән”де ҡарарға теләүселәр ифрат күп булды. 
Донъя топ-моделе конкурсында Рәсәй намыҫын яҡташыбыҙ Анжелика Якусева яҡлаясаҡ

Донъя топ-моделе конкурсында Рәсәй намыҫын яҡташыбыҙ Анжелика Якусева яҡлаясаҡ

Йома, 09 декабрь 2016
Финал Мысырҙа апрель айында үтә. «Топ-модель» исеменә донъяның төрлө илдәренән 50 конкурсант дәғүә итә. 
Сибайҙа - "Етегән" фильмының премьераһы

Сибайҙа - "Етегән" фильмының премьераһы

Йома, 09 декабрь 2016
13 мартта Сибай ҡалаһының “Мир” кинотеатрында "Етегән" фильмының авторҙары – ҡуйыусы режиссер Айсыуаҡ Йомағолов, идеяның авторы, продюсер, ҡуйыусы оператор Рияз Исхаҡов, артистар  менән осрашыу үткәреләсәк.
Кисә "Йәншишмә" газетаһы 85 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Кисә "Йәншишмә" газетаһы 85 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Йома, 09 декабрь 2016
Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн төп газета - "Йәншишмә"нең тәүге һаны 85 йыл элек сыға. Ул башта "Йәш төҙөүсе" исемен йөрөтә.
Яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов ЮНЕСКО миҙалы менән бүләкләнде

Яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов ЮНЕСКО миҙалы менән бүләкләнде

Йома, 09 декабрь 2016
Мәскәүҙә 2014 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй һәм сит ил яҙыусыларын ҡотлау тантанаһы үтте.
Матурлыҡ – ул үҙе мөғжизә

Матурлыҡ – ул үҙе мөғжизә

Йома, 09 декабрь 2016
«Һылыуҡай» республика телевизион гүзәллек бәйгеһенең һайлап алыу туры быйыл 10 мартта Өфө ҡалаһының «Мегаполис» мәҙәни-күңел асыу комплексында урынлашҡан «Театро» клубында үткәреләсәк.
«Яҙмыштар» китабының исем туйы үтте

«Яҙмыштар» китабының исем туйы үтте

Йома, 09 декабрь 2016

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала халыҡ табибәһе Мәҙинә Дәүләтбирҙина-Әбүбәкированың «Яҙмыштар» китабының исем туйы үтте. Сараны Милли китапхананың Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге үткәрҙе.

Республика Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, сәнғәт эшмәкәрҙәренән торған төркөм Төркмәнстанға сәфәргә әҙерләнә

Республика Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, сәнғәт эшмәкәрҙәренән торған төркөм Төркмәнстанға сәфәргә әҙерләнә

Йома, 09 декабрь 2016
Төрки донъяһының баш ҡалаһы атамаһын 2015 йылда Төркмәнстандың Мары ҡалаһы йөрөтәсәк.
КЛАССИК ӘҘИПТӘР КИТАП УҠЫРҒА ӨНДӘЙ

КЛАССИК ӘҘИПТӘР КИТАП УҠЫРҒА ӨНДӘЙ

Йома, 09 декабрь 2016
Рәсәйҙә һәм республикала иғлан ителгән Әҙәбиәт йылына арнап, баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарында башҡорт һәм рус классик әҙиптәренең цитаталары яҙылған илленән ашыу реклама щиты урынлаштырылды.
Сәхнә балҡышы, тамашасы алҡышы

Сәхнә балҡышы, тамашасы алҡышы

Йома, 09 декабрь 2016
Йәшәү тарихын 1919 йылда башлаған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры республиканың тәүге театры, милли сәнғәтте һаҡлаған һәм дауам иткән мөһим мәҙәниәт усағы булараҡ билдәле. 
“Юлдаш йыры” – халыҡсан моң

“Юлдаш йыры” – халыҡсан моң

Йома, 09 декабрь 2016
Беҙҙең ҡолаҡтар әллә академик тауыштан арыған, әллә иҫәпһеҙ-һанһыҙ концерттарҙан ялҡҡан, нисек кенә булмаһын, ә бына һәүәҫкәр башҡарыусыларҙың “Юлдаш йыры-2014” республика асыҡ конкурсында сығыш яһаусылар тамашасыны халыҡсан моңо менән әсир итте.
“Донъя сыңы”

“Донъя сыңы”

Йома, 09 декабрь 2016
Ошондай исем аҫтында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың концерты үтә.
«Кәйеф»

«Кәйеф»

Йома, 09 декабрь 2016
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «Болот» заманса сәнғәт үҙәге менән берлектә «Кәйеф» тип аталған ижади күргәҙмә тәҡдим итә. 
Арктика хаҡында яңы китап донъя күрҙе

Арктика хаҡында яңы китап донъя күрҙе

Йома, 09 декабрь 2016
12 сентябрь 17.00 сәғәттә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Валентина Кузьминаның “«Изге Анна» һәм штурман Альбанов эҙҙәре буйлап” (“По следам «Святой Анны» и штурмана Альбанова”) тип аталған китабының исем туйы үтә. 
«Классик музыка марафоны» үтте

«Классик музыка марафоны» үтте

Йома, 09 декабрь 2016
Кисә, 11 сентябрь, Салауат Юлаев майҙанында республикабыҙҙың Милли симфоник оркестры ҡатнашлығында «Классик музыка марафоны» үтте. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb