Өфөлә Президент грантына башҡорт бейеүе фестивале тамамланды. Фестиваль театр, музыка, хореография, һынлы сәнғәт һәм кинематография өлкәләрендә лайыҡлы тип табылған ижади проекттар өсөн булдырылған Президент грантына Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тарафынан ойошторолдо.