10 декабрь Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә "Ҡыҙҙар моңо - моңо халҡымдың" тип аталған ҙур поэтик сара үтә. Был ижади проект театр сәхнәһендә яҙ айҙарында үткәйне инде, уның уңышлы булыуын иҫәпкә алып, шиғыр кисәһен йәнә ҙур сәхнәгә сығарырға ҡарар итә театр етәкселеге.