Яңылыҡтар архивы

ХАЛЫҠ ИЖАДЫНДА БӨГӨНГӨБӨҘ ҘӘ, КИЛӘСӘГЕБЕҘ ҘӘ

ХАЛЫҠ ИЖАДЫНДА БӨГӨНГӨБӨҘ ҘӘ, КИЛӘСӘГЕБЕҘ ҘӘ

Йома, 09 декабрь 2016
Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылған "Ашҡаҙар таңдары" Республика башҡорт фольклоры байрамы үҙенең еңеүселәрен билдәләне.
Ярһыу ғүмер, ярһыу ижад

Ярһыу ғүмер, ярһыу ижад

Йома, 09 декабрь 2016
Октябрь айында билдәле башҡорт яҙыусыһы , БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡовтың тыуына 75 йыл тулды. Ошо айҡанлы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә «Ярһыу ғүмер, ярһыу ижад» тип аталған хәтер кисәһе үтте.
“Turkvision-2015” йыр-моңға һәләтлеләрҙе саҡыра!

“Turkvision-2015” йыр-моңға һәләтлеләрҙе саҡыра!

Йома, 09 декабрь 2016
Октябрь айы III Халыҡ-ара “Turkvision-2015” телевизион йыр конкурсына региондарҙан һайлап алып туры башланған айҙарҙан булды. Донъя кимәлендә төрки халыҡтарының милли үҙенсәлеген һаҡлап алып ҡалыу өсөн ойошторолған был бәйге йыл һайын 25 төрки телле халыҡтың йыр-моңға һәләтен яҡтырта.
Рәссамдар берлеге ағзалары Түңәрәк өҫтәл артына йыйыла.

Рәссамдар берлеге ағзалары Түңәрәк өҫтәл артына йыйыла.

Йома, 09 декабрь 2016
Бөгөн, 14 октябрҙә Рәсәй рәссамдары берлеге Түңәрәк өҫтәл ултырышы уҙғара. Ултырышта авторлыҡ хоҡуғы, автор эштәре һөҙөмтәләрен баҫтырыу, автор хоҡуҡтарын боҙмай күсермә яһау һорауҙары ҡараласаҡ.
"Ата-бабалар ере"

"Ата-бабалар ере"

Йома, 09 декабрь 2016
Мәҙәниәт йылы сиктәрендә Йәрмәкәй районында 20-се төбәк-ара халыҡ ижады фестивале үтте. Мәҙәни сара Башҡортостан, Татарстан республикалары, Ырымбур өлкәһе, Мәскәү ҡалаһынан төрлө милләт һәүәҫкәрҙәрен берләштерҙе. 
2015 йылға календарь сыҡты

2015 йылға календарь сыҡты

Йома, 09 декабрь 2016
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә 2015 йылға йыртмалы календарь баҫылып сыҡты. Ул Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнала.
Һәр кемгә танһыҡ байрам

Һәр кемгә танһыҡ байрам

Йома, 09 декабрь 2016
Юрмаш буйы уйын-көлкөнән, шат тауыш­тарҙан гөрләп торҙо үткән шәмбелә. Бына дүртенсе йыл инде Өфө ҡалаһының Калинин районы халҡы Федоровка ауылы эргәһендә көтөп алған байрамын — олоһон да, кесеһен дә үҙенә йәлеп иткән күңелле һабантуй үткәрҙе.
Башҡорт йәштәре аралашты, күңел асты һәм ярышты

Башҡорт йәштәре аралашты, күңел асты һәм ярышты

Йома, 09 декабрь 2016
Йәштәр ниндәй булырға тейеш? Әлбиттә, дәртле һәм шаян, тәүәккәл һәм ҡыйыу, белемле һәм рухлы. Ошо сифаттарға эйә булған башҡорт йәштәре июндең һуңғы йомаһында Йылайыр районының Һынташ ауылы янындағы Һаҡмар буйына ағыла башланы.
Көҙгөһөн Өфөлә «Башҡортостан» Дәүләт концерт залы асыласаҡ

Көҙгөһөн Өфөлә «Башҡортостан» Дәүләт концерт залы асыласаҡ

Йома, 09 декабрь 2016
Яңыртылған «Нефтсе» Мәҙәниәт һарайы быйылғы йылдың көҙөндә тамашасыларҙы ҡабул итә башлаясаҡ.
Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә...

Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә...

Йома, 09 декабрь 2016
Урамда – яҙ! Әйләнә-тирәләге ығы-зығыға ла иғтибар итмәй, ҡанатланып, осоп көйлө-моңло һуҡмаҡтан Иҙел Нурғәлин килә. Ҡанатланмаҫлыҡмы ни һуң йәш йөрәккә?! Мөхәббәт, сафлыҡ, матурлыҡ менән һуғарылған көйҙәре, йырланыр йырҙары, йондоҙ булып тағы ла яҡтыраҡ балҡыры алда әле йәш егеттең!
Йыһанда Урал батыр исемле йондоҙ барлыҡҡа киләсәк

Йыһанда Урал батыр исемле йондоҙ барлыҡҡа киләсәк

Йома, 09 декабрь 2016
Мәскәү обсерваторияһы күк есемдәренең береһенә тарихи герой исемен бирергә ниәтләй. Ә Учалы шахтерҙарының береһе мәңгелек хазинабыҙ булған эпосты шахта төбөнә төшөп һөйләргә әҙерләнә. Был күренештәр Өфөлә үтәсәк флешмобтың бер өлөшө генә.
“Йәнкиҫәк”кәй Өфөгә килә

“Йәнкиҫәк”кәй Өфөгә килә

Йома, 09 декабрь 2016
19 апрелдә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Сибай башҡорт драма театры коллективы “Йәнкиҫәк” (“Бер ғүмер тарихы”) тип аталған спектакль күрһәтәсәк. 
Республикала Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының 3-сө съезын үткәреүгә әҙерлек бара

Республикала Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының 3-сө съезын үткәреүгә әҙерлек бара

Йома, 09 декабрь 2016
Сара Өфөлә 28 апрелдә уҙғарыла. Съезд төбәктә дәүләт милли сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу тәртибенә ярашлы ойошторола.
«Берлинға тиклем!»

«Берлинға тиклем!»

Йома, 09 декабрь 2016
Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә балалар яҙыусыһы Рәшиҙә Биктың (Бикметова) Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы «Берлинға тиклем!» тип аталған яңы китабы донъя күрҙе. 
АҪЫЛТАШҠА ӘЙЛӘНҺЕН ӨСӨН МӘҒДӘНДЕ ЛӘ ШЫМАРТЫРҒА КӘРӘК

АҪЫЛТАШҠА ӘЙЛӘНҺЕН ӨСӨН МӘҒДӘНДЕ ЛӘ ШЫМАРТЫРҒА КӘРӘК

Йома, 09 декабрь 2016
Проза жанры әҙәбиәттең күләмле һәм уҡымлы жанрҙарынан һанала. Башҡорт прозаһы, асылда, һуңғы бер быуат дауамында формалашты, дәүер аҙымдары менән үрҙәргә артылды, халыҡтың милли үҙаңын, нәфис һәм тарихи фекерләүен үҫтереүгә тос өлөш индерҙе һәм индереүҙе дауам итә.
Әлшәйҙең моң вокзалы

Әлшәйҙең моң вокзалы

Йома, 09 декабрь 2016
Әлшәй районында тыуып үҫкән "йондоҙҙар" баш ҡалабыҙ халҡын йыр-моң менән кинәнгәнсе һыйланы. 
«Мәңгелек сәфәр»

«Мәңгелек сәфәр»

Йома, 09 декабрь 2016
Танылған шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның «Мәңгелек сәфәр» тип аталған шиғырҙар йыйынтығы сыҡты. Автор был китабында «Урал батыр» эпосы образдары аша донъя төҙөлөшөнә күҙ һала, тормошобоҙ төпкөлдәренә ҡараш ташлай, физик һәм рухи ҡанундарҙың серенә төшөндөрә.
«Родина» кинотеатрында «Тере шишмә» фильмын күрһәтәсәктәр

«Родина» кинотеатрында «Тере шишмә» фильмын күрһәтәсәктәр

Йома, 09 декабрь 2016
Билдәле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Баязит Бикбайҙың тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы, 15 апрель 16.00 сәғәттә «Родина» кинотеатрында «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән «Тере шишмә» («Живой родник») фильмын күрһәтәсәктәр.
“Көтөп алған яҙым ҡайтығыҙ”

“Көтөп алған яҙым ҡайтығыҙ”

Йома, 09 декабрь 2016
Римма АМАНГИЛДИНА - башҡорт эстрадаһының моңло һандуғасы. Ул халыҡсан, тәрән мәғәнәле йырҙары, сағыу сығыштары менән тамашасы араһында киң билдәлелек яуланы. 
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана тарафынан биобиблиографик белешмә әҙерләнде

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана тарафынан биобиблиографик белешмә әҙерләнде

Йома, 09 декабрь 2016
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана тарафынан Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов һәм билдәле ғалим, педагог Риф Әхмәҙиевтарҙың тормош һәм ижадына арналған биобиблиографик белешмәләр әҙерләнде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb