Яңылыҡтар архивы

«Серле шаршау» фестиваленә рәхим итегеҙ!

«Серле шаршау» фестиваленә рәхим итегеҙ!

Шишәмбе, 19 февраль 2013
28–29 март Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында балалар һәм йәштәр һәүәҫкәр театрҙары араһында асыҡ республика фестивале – «Серле шаршау» («Волшебная кулиса») үтә. Фестивалде БР театр эшмәкәрҙәре союзы һәм Ҡыйғы районы хакимиәте ойоштора.
Башҡортостан журналисы Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән конкурстың жюри составында!

Башҡортостан журналисы Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән конкурстың жюри составында!

Шишәмбе, 19 февраль 2013
«Тамыр» телеканалы журналисы Гөлназ Ғәлимуллина Бөтә Рәсәй «Панацея»конкурс ойоштороусыларының иғтибарын былтыр уҡ йәлеп иткәйне.
Салауатта – премьера!

Салауатта – премьера!

Шишәмбе, 19 февраль 2013
14, 15 февраль Салауат башҡорт драма театрында Наил Ғәйетбайҙың «Ауылға ҡыҙҙар килде» музыкаль комедияһы тулы зал йыйҙы. Спектаклдең ҡуйыусы-режиссёры Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов.
«Китап» нәшриәте балалар өсөн «Ҡурай» китабын сығарҙы

«Китап» нәшриәте балалар өсөн «Ҡурай» китабын сығарҙы

Шишәмбе, 19 февраль 2013
Ҡурай – башҡорт халҡының айырылмаҫ юлдашы. Ҡайғыһын да, шатлығын да башҡорт һәр ваҡыт ҡурай менән баҫҡан, унан сыҡҡан моңдан дәрт, рух ныҡлығы алған.
Радик Гәрәев исемендәге вокалистар конкурсы үтә

Радик Гәрәев исемендәге вокалистар конкурсы үтә

Дүшәмбе, 18 февраль 2013
2013 йылдың 22 мартында Яңауыл ҡалаһының район мәҙәниәт һарайында Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Ғ.Сәләм исемендәге премия, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Радик Гәрәев исемендәге вокалистар конкурсы үтәсәк.
Әмир Әминевҡа – 60 йәш!

Әмир Әминевҡа – 60 йәш!

Дүшәмбе, 18 февраль 2013
2013 йылдың 18 февралендә Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире, журналист, тәржемәсе Әмир Мөхәмәт улы Әминевтың 60 йәше айҡанлы ижад кисәһе үтте. Сараны башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге ойошторҙо.
Башҡортостан Ватанды һаҡлаусылар көнөнә әҙерләнә

Башҡортостан Ватанды һаҡлаусылар көнөнә әҙерләнә

Йома, 15 февраль 2013
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан байрам тантаналарын үткәреү планы раҫланды. Уға ярашлы, байрамға арналған концерт 21 февраль Конгресс-холл бинаһында үтә.
20 февраль Мәләүез ҡалаһында Фаиль Абдраков иҫтәлегенә арналған үҙешмәкәр композиторҙарҙың төбәк-ара конкурсы үтә

20 февраль Мәләүез ҡалаһында Фаиль Абдраков иҫтәлегенә арналған үҙешмәкәр композиторҙарҙың төбәк-ара конкурсы үтә

Йома, 15 февраль 2013
БР-ҙың Мәҙәниәт министрлығы, «Дуҫлыҡ» республика мәҙәни-методик үҙәк һәм Мәләүез районы администрацияһының мәҙәниәт бүлеге БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фаиль Абдраков иҫтәлегенә үҙешмәкәр композиторҙарҙың төбәк-ара конкурсын үткәрә. Конкурстың төп маҡсаты – үҙешмәкәр композиторҙарҙы табыу һәм уларҙың ижадын үҫтереүгә ярҙам итеү.
Иғтибар! Республика хәрби дан музейында акция

Иғтибар! Республика хәрби дан музейында акция

Йома, 15 февраль 2013
2013 йылдың 20–22 февралендә Республика хәрби дан музейында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән берлектә «Һиңә музей күрһәтәм» («Я покажу тебе музей») тип аталған акция үтәсәк.
«Дуҫлыҡ Моңо-2013»

«Дуҫлыҡ Моңо-2013»

Кесе йома, 14 февраль 2013
«Дуҫлыҡ Моңо-2013» конкурсы быйыл Нефтекама ҡала мәҙәниәт үҙәге һарайында үтәсәк. Әлеге көндә конкурста ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә.
Зәйни Игдәүләтовтың иҫтәлегенә арнап...

Зәйни Игдәүләтовтың иҫтәлегенә арнап...

Кесе йома, 14 февраль 2013
19-сы февралдә М. Ғәфүри исемендәге дәүләт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Зәйни Игдәүләтовтың тыуыуына 100 йыл тулыуына арнап, «Нәркәс» спектакле күрһәтеләсәк.
«МИНЕҢ РӘМИ!» II шиғыр ятлау конкурсы башланды!!!

«МИНЕҢ РӘМИ!» II шиғыр ятлау конкурсы башланды!!!

Шаршамбы, 13 февраль 2013
Интернет-технологиялар ярҙамында уҙғарылған “Минең Рәми!” исемле беренсе башҡорт видеоконкурсы, ысынлап та, халыҡта ҙур шау-шыу ҡуптарҙы. Быйыл да был конкурс ойоштороласаҡ. Һәм, бына, бөгөн 1 февралдән башлап башлана, дуҫтар! 14 март - йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе билдәләү.
Афған йылдар аша беҙгә тартыла...

Афған йылдар аша беҙгә тартыла...

Шишәмбе, 12 февраль 2013
13 февраль 112-се Башҡорт кавалерия дивизия музейының филиалы Республика хәрби дан музейында совет ғәскәрҙәренең Афған демократик республикаһынан сығарылыуына 24 йыл айҡанлы «Афған йылдар аша беҙгә тартыла» тип аталған кисә үтә.
Республикала «Йәйғор» балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсы башланды

Республикала «Йәйғор» балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсы башланды

Шишәмбе, 12 февраль 2013
Балалар һәм үҫмерҙәр ижадының республика кимәлендәге «Йәйғор» конкурсы дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Тәүге йыл балалар фестивале булараҡ, хәҙер үҙәк телевидениела барған «Минута славы» («Дан минуты») конкурсы принциптары буйынса үтә, йәғни һәр ҡатнашыусы жюри ағзаларын һәм тамашасыларҙы үҙенә ғашиҡ итеү мөмкинлеген ала.
«Мираҫ» ансамбле Венецияның  Малибран театрында концерт менән сығыш яһай

«Мираҫ» ансамбле Венецияның Малибран театрында концерт менән сығыш яһай

Дүшәмбе, 11 февраль 2013
11–12 февралдә Венецияның Малибран театрында тамашасыларҙың һорауы буйынса «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең концерттары үтә. 10 февраль ансамбль Сан Марко майҙанында фестиваль сиктәрендә үткән гала концертта сығыш яһаны.
Иғтибар! Интернет-викторина!

Иғтибар! Интернет-викторина!

Йома, 08 февраль 2013
Иғтибар! «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы учреждениялары ҡатнашлығында интернет-викторина уҙғара.
Фекер алышыуҙа ҡатнашығыҙ!

Фекер алышыуҙа ҡатнашығыҙ!

Йома, 08 февраль 2013
Президент ҡарамағындағы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы тапшырыу буйынса комиссия дәғүәселәрҙең исемдәрен иғлан итте.
Иглин районы һәләттәре яңы сәхнәне һынай

Иглин районы һәләттәре яңы сәхнәне һынай

Кесе йома, 07 февраль 2013
Балтика ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто ишеген асты.
Өфөгә күренекле драматург Азат Хаммат улы Абдуллин килде

Өфөгә күренекле драматург Азат Хаммат улы Абдуллин килде

Шаршамбы, 06 февраль 2013
5-се февралдә, Өфөгә, Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы саҡырыуы буйынса, күренекле яҙыусы, драматург Азат Хаммат улы Абдуллин килде. «Ун өсөнсө председатель» пьесаһы авторының килеүенең сәбәбе: күренекле бейеүсе Р. Нуриев тураһында «Нездешний сад» пьесаһы буйынса спектакль ҡуйыу.
Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры тәҡдим итә

Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры тәҡдим итә

Шишәмбе, 05 февраль 2013
12-се февралдә, Өфө сәнғәт училищеһының концерт залында, Башҡортостандың милли симфоник оркестры үҙенең сираттағы концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb