Яңылыҡтар архивы

Илдар Ямалов Халыҡ-ара конкурста Гран-при яуланы

Илдар Ямалов Халыҡ-ара конкурста Гран-при яуланы

Шаршамбы, 27 февраль 2013
Халыҡ йыры «Абдрахман»ды башҡарып, Илдар жюри ағзаларын һәм тамашасыны таң ҡалдырҙы. Өсөнсөгә үткән был конкурс-фестиваль 14–17 февралдә Силәбелә үтте.
Яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов «Князь Игорь» операһында төп партияны уйнаясаҡ

Яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов «Князь Игорь» операһында төп партияны уйнаясаҡ

Шаршамбы, 27 февраль 2013
Метрополитен-Опера театрында киләһе сезонда режиссер Дмитрий Черняков етәкселегендә А.Бородиндың операһы – «Князь Игорь» ҡуйыласаҡ. Премьера 2014 йылдың 6 февраленә планлаштырыла.
Ләйлә Исмәғилева һәм Ғәзим Ильясовҡа Башҡортостандың халыҡ артистары исеме бирелде

Ләйлә Исмәғилева һәм Ғәзим Ильясовҡа Башҡортостандың халыҡ артистары исеме бирелде

Шаршамбы, 27 февраль 2013
БР Президенты Рөстәм Хәмитов указына ярашлы, бер төркөм сәнғәт эшмәкәрҙәренә маҡтаулы исемдәр бирелде. Бүләкләү тантанаһы БР Мәҙәниәт министрлығының киңәйтелгән ултырышында үтте.
«Сударушка» клубында музыкаль-әҙәби кисә

«Сударушка» клубында музыкаль-әҙәби кисә

Шишәмбе, 26 февраль 2013
27 февраль Республика махсус һуҡырҙар китапханаһының «Сударушка» уҡыу клубында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң 100 йыллығына ҡарата музыкаль-әҙәби кисә үтә.
Мәҙәниәт министрлығының киңәйтелгән ултырышы

Мәҙәниәт министрлығының киңәйтелгән ултырышы

Шишәмбе, 26 февраль 2013
БР Хөкүмәтенең планына ярашлы, 26 февраль Конгресс-холлда Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының 2012 йыл һөҙөмтәләре һәм 2013 йыл маҡсаттары буйынса киңәйтелгән ултырышы үтә.
Билдәле эстрада йырсыһы Дмитрий Маликов Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында балалар өсөн мастер-класс үткәрә

Билдәле эстрада йырсыһы Дмитрий Маликов Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында балалар өсөн мастер-класс үткәрә

Дүшәмбе, 25 февраль 2013
Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында Волга буйы федераль округы региондарында эшләп килгән социаль проект – йырсы Дмитрий Маликовтың сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары өсөн «Музыка дәрестәре» («Уроки музыки») мастер-класы үтәсәк.
Генерал-майор М.М.Шайморатовтың хәтер кисәһе

Генерал-майор М.М.Шайморатовтың хәтер кисәһе

Дүшәмбе, 25 февраль 2013
28 февраль 19.00 сәғәттә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор М.М.Шайморатовтың вафатына 70 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе уҙа.
«Ҡатын-ҡыҙ мажаралары»

«Ҡатын-ҡыҙ мажаралары»

Дүшәмбе, 25 февраль 2013
25 февраль «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында «Ҡатын-ҡыҙ мажаралары» тип аталған программа көтөлә. Күптән танылыу яулаған оло артистар менән һәләтле йәш йырсылар бер сәхнәлә сығыш яһайҙар.
Халыҡ-ара баянистар, аккордеонистар, гармонистар һәм рус халыҡ инструменттары ансамблдәре араһында конкурс-фестиваль тамамланды

Халыҡ-ара баянистар, аккордеонистар, гармонистар һәм рус халыҡ инструменттары ансамблдәре араһында конкурс-фестиваль тамамланды

Дүшәмбе, 25 февраль 2013
Өфө сәнғәт академияһына үҙҙәренең талантын күрһәтергә илдең төрлө төбәктәренән йөҙгә яҡын солист һәм 20 ансамбль килде. Жюри составында билдәле музыканттар, халыҡ артистары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре.
Башҡорт теле байрамы

Башҡорт теле байрамы

Йома, 22 февраль 2013
21 февраль Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Халыҡ-ара туған тел көнө сиктәрендә «Туған тел» байрамы үтте. Матур сараны БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) үткәрҙе.
Республикала Йәштәр симфоник оркестры төҙөлә

Республикала Йәштәр симфоник оркестры төҙөлә

Йома, 22 февраль 2013
Яҡын арала республикала ҡыҙыҡлы проект – Йәштәр симфоник оркестры төҙөләсәк. Коллектив З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт академияһы базаһында асыласаҡ. Идея БР мәҙәниәт министры Ә.И. Шафиҡованыҡы. Оркестр составына сәнғәт академияһының, училищеһының, урта махсус музыкаль коллежденың иң яҡшы музыканттары керәсәк.
Мәскәүҙең башҡорт бейеүе ансамбле – «Алтын ай» концертына саҡыра

Мәскәүҙең башҡорт бейеүе ансамбле – «Алтын ай» концертына саҡыра

Йома, 22 февраль 2013
«Алтын ай» башҡорт бейеүе ансамбле үҙенең барлыҡҡа килеүенә бер йыл айҡанлы «Бейеүҙәрҙә – беҙҙең тарих» тип аталған концертына саҡыра. Коллективты Нәзир Баййегетов етәкләй.
Халыҡ-ара туған тел көнө сиктәрендә башҡорт теле байрамы

Халыҡ-ара туған тел көнө сиктәрендә башҡорт теле байрамы

Кесе йома, 21 февраль 2013
21 февраль 19.00 сәғәттә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Халыҡ-ара туған тел көнө сиктәрендә «Туған тел» байрамы үтә. Сараны БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) үткәрә.
ЮНЕСКО мәктәптәре иғтибарына

ЮНЕСКО мәктәптәре иғтибарына

Кесе йома, 21 февраль 2013
БР ЮНЕСКО эштәре буйынса комитет хәбәр итеүенсә, 27 февраль 14.00 сәғәттә Ә.-З. Вәлиди исемендәге милли китапханала ЮНЕСКО мәктәптәре ҡатнашлығында донъя халыҡтары эпостары йылын асыу тантанаһы буласаҡ.
Ғабдулла Амантай иҫтәлегенә бағышланған кисә уҙасаҡ

Ғабдулла Амантай иҫтәлегенә бағышланған кисә уҙасаҡ

Кесе йома, 21 февраль 2013
25 февраль Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Амантай» ижади үҙәге менән берлектә шағир, йәмғиәт эшмәкәре Ғабдулла Амантайҙың тыуына 105 йыл айҡанлы хәтер кисәһе уҙасаҡ. Кисә милләт, тел үҫеше өсөн янып, ә һуңынан нахаҡҡа ғәйепләнгән шәхестәребеҙҙе онотмау, улар исемен йәш быуынға еткереү кеүек маҡсаттар ҡуя.
Мәләүездә төбәктең иң яҡшы һәүәҫкәр композиторын билдәләнеләр

Мәләүездә төбәктең иң яҡшы һәүәҫкәр композиторын билдәләнеләр

Кесе йома, 21 февраль 2013
20 февраль Мәләүез ҡалаһында БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фаиль Абдраков иҫтәлегенә арналған һәүәҫкәр композиторҙарҙың төбәк конкурсы үтте. Сараны БР Мәҙәниәт министрлығы, «Дуҫлыҡ» республика мәҙәни-методик үҙәк, Мәләүез районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге ойошторҙо.
Рус академ драма театрында спектакль юбилейы

Рус академ драма театрында спектакль юбилейы

Шаршамбы, 20 февраль 2013
Драматург Нил Саймон әҫәре буйынса ҡуйылған «Босиком по парку» спектакле ҡатнашыусылары сәхнәгә йөҙөнсө тапҡыр сыҡты. Лирик комедия театрҙың камера сәхнәһендә бер нисә йыл бара, әммә ул һәр ваҡыт тулы зал йыя.
«Нур» театрында премьера!

«Нур» театрында премьера!

Шаршамбы, 20 февраль 2013
22, 23 февраль Өфө дәүләт «Нур» татар театрында быйылғы йылда тәүге премьера – «Ауыл мәҙәктәре» («Деревенские байки») ҡуйыласаҡ.
Режиссёр Ольга Смирнова спектаклде Владимир Любаровтың ижад өлгөләренә таянып әҙерләй.
Башҡортостан хөкүмәте ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек планын раҫланы

Башҡортостан хөкүмәте ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек планын раҫланы

Шаршамбы, 20 февраль 2013
Башҡортостан хөкүмәте тарафынан 2015 йылда Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек планы раҫланды. Вице-премьер Салауат Сәғитов әйтеүенсә, был мөһим сараларҙы ойоштороуҙа бөтә министерстволар һәм уларға ҡараған тармаҡтар ҡатнашасаҡ.
Рәшит Хәбировтың шәхси күргәҙмәһе эшләй

Рәшит Хәбировтың шәхси күргәҙмәһе эшләй

Шаршамбы, 20 февраль 2013
Билдәле башҡорт рәссамы Рәшит Хәбировтың Ә.-З.Вәлиди исемендәге милли китапханала «Сағылыш теҙмәһе» («Вереница отражений») тип аталған шәхси күргәҙмәһе эшләйәсәк. 25 мартҡа тиклем буласаҡ күргәҙмә рәссамдың юбилейына арнала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb