Яңылыҡтар архивы

Ш.Бабич исемендәге премияға материалдар ҡабул ителә башланы

Ш.Бабич исемендәге премияға материалдар ҡабул ителә башланы

Йома, 05 апрель 2013
Йәштәр премияһына әҙәбиәт, музыка, театр, һынлы, хореография, эстрада һәм цирк сәнғәте, дизайн, кино һәм телевидение, архитектура өлкәһендәге эштәр тәҡдим ителә ала. Сарала 16—35 йәшлек айырым авторҙар, шулай уҡ иң күбе биш кешенән торған ижади коллектив ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.
«Театр яҙы» сиктәрендә Туймазы татар драма театрының «Бөкө» спектакле

«Театр яҙы» сиктәрендә Туймазы татар драма театрының «Бөкө» спектакле

Йома, 05 апрель 2013
Туймазы татар драма театры «Театр яҙында» юғарыла әйтеп кителгән пьесаны сәхнәләштерәсәк. Социаль проблемаларҙы күтәргән И.Зәйниевтың комедияһы 6 апрель «Нур» Өфө дәүләт татар театры сәхнәһендә 19.00 сәғәттә башлана.
«Нур» «Театр яҙына» әҙерләнә

«Нур» «Театр яҙына» әҙерләнә

Йома, 05 апрель 2013
«Театр яҙы» республика фестиваленә «Нур» Өфө дәүләт татар театры Ш.Камалдың «Хажи әфәнде өйләнә» комедияһын сәхнәләштерәсәк. Спектакль 7 апрель 16.00 сәғәттә башлана.
«Театр яҙы» республика фестивале башлана

«Театр яҙы» республика фестивале башлана

Кесе йома, 04 апрель 2013
4–10 апрель Өфөлә «Театр яҙы» VII Республика фестивале үтәсәк. Фестивалде ойоштороусы БР Мәҙәниәт министрлығы. Әйтеп үтергә кәрәк, «Театр яҙы» Өфөлә икенсе тапҡыр үтә, тәүгеһе 2009 йылда уҙғайны.
«Театр яҙы» фестивале сиктәрендә «Әллә яңылыш, әллә яҙмыш» спектакле

«Театр яҙы» фестивале сиктәрендә «Әллә яңылыш, әллә яҙмыш» спектакле

Кесе йома, 04 апрель 2013
4 апрель «Театр яҙы» республика фестивалендә Салауат башҡорт драма театры спектакле тап шулай атала. Спектакль М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә 19.00 сәғәттә башлана.
«Әлегә –39!»

«Әлегә –39!»

Шаршамбы, 03 апрель 2013
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет тамашасыны йыл һайын үҙенең тыуған көнөндә концерт программаһы менән ҡыуандыра. Быйыл да артист «ҡағиҙәнән ситләшмәй». 
Рауил Бикбаевтың көндәлектәре донъя күрҙе

Рауил Бикбаевтың көндәлектәре донъя күрҙе

Шаршамбы, 03 апрель 2013
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ике томдан торған көндәлектәре 1968–2009 йылдарҙы үҙ эсенә ала. Был көндәлектәрҙе Өфөләге "Белем", "Башҡорт китабы йорто" магазиндарынан алырға була. 
Олег Ханов премияға лайыҡ булды

Олег Ханов премияға лайыҡ булды

Шаршамбы, 03 апрель 2013
Маҡтаулы исемгә Ырымбур драма театрында Рифҡәт Исрафилов ҡуйыуында «Ричард III» спектаклендә шундай уҡ исемле ролде башҡарғаны өсөн өлгәште. Премияны өлкә губернаторы Юрий Берг үҙе тапшырҙы.
Өфөлә Майкл Джексонға бейеүҙәр ҡуйған хореограф мастер-класс үткәрә

Өфөлә Майкл Джексонға бейеүҙәр ҡуйған хореограф мастер-класс үткәрә

Шишәмбе, 02 апрель 2013
2 апрель 11.00 сәғәттә «Башинформ » мәғлүмәт агенствоһында Будда Стретч исеме аҫтында сығыш яһаған бейеүсе Эмилио Остин ҡатнашлығында пресс-конференция була. 
Рөстәм Хәмитов Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Рөстәм Хәмитов Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Шишәмбе, 02 апрель 2013
1 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында тыуып үҫкән совет дипломаты, йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре Хәкимов Кәрим Ғәбдрәүеф улының тыуыуына 125 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Мордовияла Башҡортостан көндәре үтәсәк

Мордовияла Башҡортостан көндәре үтәсәк

Шишәмбе, 02 апрель 2013
2014 йылда Мордовияла Башҡортостан Республикаһы көндәре үтәсәк. Был хаҡта Саранск ҡалаһына визит барышында БР Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәренең Мордовиянан хеҙмәттәштәре менән эш осрашыуында хәбәр ителде. 
«Юморина-2013» йәштәр фестивале

«Юморина-2013» йәштәр фестивале

Дүшәмбе, 01 апрель 2013
Йәштәр фестиваленең гала-концерты «Иртәгәһе көнөбөҙҙө һаҡлайыҡ!» девизы аҫтында баш ҡаланың Конгресс-холында үтәсәк. Фестиваль Башҡортостандың йәштәр коллективтары араһында дуҫтарса мөнәсбәттәр булдырырға, йәштәргә ижади һәләттәрен тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.
Шаулап-гөрләп уҙҙы «Туған тел»

Шаулап-гөрләп уҙҙы «Туған тел»

Дүшәмбе, 01 апрель 2013
Өфөлә III Халыҡ-ара «Туған тел» башҡорт һәм татар йырҙарының конкурс-фестиваленә йомғаҡ яһалды. 
«Ҡыҙыҡ һәм мәҙәк» эстрада-юмористик төркөм Көлкө көнөнә арналған программаһын тәҡдим итә

«Ҡыҙыҡ һәм мәҙәк» эстрада-юмористик төркөм Көлкө көнөнә арналған программаһын тәҡдим итә

Дүшәмбе, 01 апрель 2013
«Ҡыҙыҡ һәм мәҙәк» республикала 20 йыл дауамында тамашасыға һүнмәҫ дәрт, яҡшы кәйеф бүләк иткән берҙән-бер төркөм. БР-ҙың халыҡ артисы, филология фәндәре кандидаты Вәлит Илембәтов төркөмдөң алыштырғыһыҙ етәксеһе. 
Республика Нәжиб Асанбаев менән хушлашты

Республика Нәжиб Асанбаев менән хушлашты

Дүшәмбе, 01 апрель 2013
30 март М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, билдәле драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нәжиб Вилдан улы (Николай Васильевич) Асанбаев менән хушлашыу сараһы үтте.
Лас-Вегаста башҡорт фильмы күрһәтеләсәк

Лас-Вегаста башҡорт фильмы күрһәтеләсәк

Дүшәмбе, 01 апрель 2013
Йәш режиссер Гөлназ Ғәлимуллинаның документаль фильмы абруйлы «Нью-Йорк фестивале» Халыҡ-ара конкурстың финалына сыҡҡан. «Күл янындағы өй» («Дом у озера») фильмы реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән, ул 10 йыл элек Германия күгендә булған һәләкәт хаҡында. 
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында спектакль премьераһы

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында спектакль премьераһы

Йома, 29 март 2013
29 март 19.00 сәғәттә һәм 30 март 18.00 сәғәттә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының кесе залында америка драматургы Леонард Герштың пьесаһы буйынса «Ирекле күбәләктәр» спектакленең премьераһы була.
Нурия Ирсаеваның юбилей бенефисы

Нурия Ирсаеваның юбилей бенефисы

Йома, 29 март 2013
29 март М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Нурия Ирсаеваның юбилей бенефисы үтәсәк.
Рәссам Андрей Щипачевтың күргәҙмәһе асылды

Рәссам Андрей Щипачевтың күргәҙмәһе асылды

Кесе йома, 28 март 2013
«Урал» галереяһында рәссам, Рәсәйҙең рәссамдар ижади союзы ағзаһы, Өфө дәүләт авиация техник университет профессоры Андрей Щипачевтың шәхси күргәҙмәһе асылды. 
«Кайлас саҡырыуы» фотокүргәҙмәһе дауам итә

«Кайлас саҡырыуы» фотокүргәҙмәһе дауам итә

Кесе йома, 28 март 2013
М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейының «Ижад» күргәҙмә залында 26 февралдән 26 апрелгә тиклем фоторәссамдар Сергей Балалаев һәм Александр Титовтың 2002–2011 й.й. Гималай һәм Тибет таулыҡтарында экспедицияла төшөргән фотоларынан торған күргәҙмә асыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb