Яңылыҡтар архивы

Гөлназ – еңеүсе!

Гөлназ – еңеүсе!

Йома, 12 апрель 2013
Йәш режиссер Гөлназ Ғәлимуллинаның документаль фильмы абруйлы «Нью-Йорк фестивале» Халыҡ-ара конкурстың финалына сыҡҡан тип хәбәр иткәйнек инде. Әле ҡыуаныслы хәбәр бар: Гөлназдың эше биш еңеүсе араһында!
Билдәле актер Данила Козловский фильм презентацияһына килде

Билдәле актер Данила Козловский фильм презентацияһына килде

Йома, 12 апрель 2013
Өфөлә «Легенда №17» фильмының төп ролде уйнаусы билдәле актер Даниила Козловский ҡатнашлығында презентацияһы үтте. Был фильм легендар спортсы Валерий Харламовҡа арналған. 
БР Мәҙәниәт министры Ә.И.Шафиҡова мөһим осрашыуҙа ҡатнашты

БР Мәҙәниәт министры Ә.И.Шафиҡова мөһим осрашыуҙа ҡатнашты

Йома, 12 апрель 2013
11 апрель Республика йортонда Башҡортостан Президенты Р.З.Хәмитов РФ-ның ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияның яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе менән осрашты. Унда БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Л.С. Ғүмәрова һәм БР Мәҙәниәт министры Ә.И.Шафиҡова ла ҡатнашты. 
Президентҡа һорау бир!

Президентҡа һорау бир!

Кесе йома, 11 апрель 2013
11 апрелдә киске сәғәт 7-лә юлдаш телеканалында Башҡортостан Президенты менән һөйләшеү көтөлә. Республика етәксеһе тура бәйләнештә халыҡтың һорауҙарына яуап бирәсәк. 
Вера Тиманова исемендәге Йәш пианистарҙың төбәк-ара конкурсы

Вера Тиманова исемендәге Йәш пианистарҙың төбәк-ара конкурсы

Кесе йома, 11 апрель 2013
Ф.Шаляпин исемендәге концерт залында үтәсәк конкурс, билдәле пианистка В.Тиманованың исемен мәңгелләштереү маҡсатында үтә. Ойоштороусылар – Өфө ҡала округы хакимиәте һәм Өфөнөң музыка һәм сәнғәт балалар мәктәптәренең методик берекмәһе.
Бөгөн академик Ғайса Хөсәйеновтың 85 йәшенә арналған пресс-конференция уҙа

Бөгөн академик Ғайса Хөсәйеновтың 85 йәшенә арналған пресс-конференция уҙа

Кесе йома, 11 апрель 2013
Пресс-конференцияла Ғайса Батыргәрәй улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, филология фәндәре докторы Ғиниәт Ҡунафин, шулай уҡ башҡа абруйлы ғалимдар ҡатнашасаҡ.
Романс кисе күңелегеҙгә хуш килһен!

Романс кисе күңелегеҙгә хуш килһен!

Кесе йома, 11 апрель 2013
11 апрель Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге премия, Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Вәхит Хызыровтың концерты үтә. 
«Театр яҙы» тамамланды

«Театр яҙы» тамамланды

Кесе йома, 11 апрель 2013
Кисә, йәғни 10 апрель «Театр яҙы» VII Республика фестивале тамамланды. Фестивалдә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Туймазы ҡалаларынан 11 профессиональ театр ҡатнашты, тамашасы иғтибарына 13 спектакль тәҡдим ителде. 
Шағирҙың күңел көҙгөһө

Шағирҙың күңел көҙгөһө

Шаршамбы, 10 апрель 2013
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ике китаптан торған “Көндәлектәр”е тураһында хәбәр иткәйнек инде. Күптән түгел Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында “Көндәлек”тәрҙең исем туйы булды. Шағирҙың күңел көҙгөһөнә бағырға теләүселәр залға һыйманы хатта. 
Сибай башҡорт драма театрында спектакль премьераһы уҙҙы

Сибай башҡорт драма театрында спектакль премьераһы уҙҙы

Шаршамбы, 10 апрель 2013
Күптән түгел Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә драматург Мөҙәрис Багаевтың әҫәре буйынса ҡуйылған “Хикмәтле күл” спектакленең премьераһы булды. Комедияла барған хәл-ваҡиғалар, артистарҙың үҙ ролдәрен юғары кимәлдә башҡарыуы — бөтәһе бер матур гөлләмәне тәшкил итте.
«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы китапханаһы» VII Республика конкусы

«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы китапханаһы» VII Республика конкусы

Шаршамбы, 10 апрель 2013
Конкурсты БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана ойоштора. Ул китапханаларҙың эшен яҡшыртыу, уҡыусыларҙы китапханаға яңы проекттар, инновацион технологиялар ярҙамында ылыҡтырыу, хеҙмәтләндереү сифатын арттырыу кеүек маҡсаттар ҡуя. 
«Театр яҙы» сиктәрендә «Автобус» комедияһы

«Театр яҙы» сиктәрендә «Автобус» комедияһы

Шаршамбы, 10 апрель 2013
10 апрель 19.00 сәғәттә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы «Театр яҙы» сиктәрендә болгар драматургы Станислав Стратиев пьесаһы буйынса ҡуйылған тәрән сатирик, социаль проблемаларҙы яҡтыртҡан «Автобус» комедияһын сәхнәләштерәсәк.
«Сулпан» Сибай башҡорт балалар театры «Театр яҙында» ҡатнаша

«Сулпан» Сибай башҡорт балалар театры «Театр яҙында» ҡатнаша

Шишәмбе, 09 апрель 2013
Тамашасы хөкөмөнә Н.Ғәйетбай пьесаһы буйынса ҡуйылған «Урал батыр» драмаһын сығарыласаҡ.
«Урал батыр» эпосы халҡыбыҙ тыуҙырған, уның рухи ҡиммәттәрен сағылдырған бөйөк әҫәрҙәрҙең береһе.
Иҙрис Ноғмановтың яңы китабы сыға

Иҙрис Ноғмановтың яңы китабы сыға

Шишәмбе, 09 апрель 2013
Яҙыусы булараҡ Иҙрис Ноғманов — киң һулышлы прозаик, башҡорт һүҙ сәнғәтенең оло традицияларын лайыҡлы рәүештә дауам итерҙәй ижадсы.
Студенттарҙың ижади күргәҙмәһе асылды

Студенттарҙың ижади күргәҙмәһе асылды

Шишәмбе, 09 апрель 2013
А.Э. Тюлькиндың йорт-музейында Өфө сәнғәт училищеһының икенсе курсында белем алған студенттарҙың ижади эш күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла баш ҡалабыҙ йылдың төрлө миҙгелендә сағылдырылған. 
Аксаков байрамдары хаҡында китап донъя күрәсәк

Аксаков байрамдары хаҡында китап донъя күрәсәк

Шишәмбе, 09 апрель 2013
Китапты 2013 йылдың сентябрь айында үтәсәк Халыҡ-ара Аксаков көндәрендә сығарырға планлаштыралар. Өфө ҡала советы ошо тәҡдим менән сыҡты.
Мәҙәниәт өлкәһендәге премияға ғаризалар ҡабул ителә

Мәҙәниәт өлкәһендәге премияға ғаризалар ҡабул ителә

Дүшәмбе, 08 апрель 2013
РФ Хөкүмәте тарафынан 2005 йылдың 19 ғинуарында ҡабул ителгән «РФ Хөкүмәтенең мәҙәниәт өлкәһендәге премияһы» 29-сы һанлы ҡарарына ярашлы , 1 майға тиклем премияға дәғүәселәрҙән документтар ҡабул ителә.
Ғазаптарға һалған һуғыш...

Ғазаптарға һалған һуғыш...

Дүшәмбе, 08 апрель 2013
«Театр яҙы» фестивалендә А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры Салауат Әбүзәр әҫәре буйынса «Ғүмерлек ғазап» спектаклен сәхнәләштерәсәк. Спектакль 8 апрель 19.00 сәғәттә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә ҡуйыласаҡ.
Салауат Низаметдинов өр-яңы концерт программаһын тәҡдим итә

Салауат Низаметдинов өр-яңы концерт программаһын тәҡдим итә

Йома, 05 апрель 2013
5 апрель «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында билдәле композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты Салауат Низаметдинов ижадын һөйөүселәрҙе концертҡа саҡыра. 
Роберт Юлдашев һәм Зилиә Бәхтиева Магнитогорск ҡалаһында концерт менән сығыш яһай

Роберт Юлдашев һәм Зилиә Бәхтиева Магнитогорск ҡалаһында концерт менән сығыш яһай

Йома, 05 апрель 2013
Роберт Юлдашев ҡурай моңон ботә донъяға таратҡан, уның бәҫен арттырған музыкант. Республиканан ситтә лә ул бик билдәле, уның Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары Владимир Спиваков, Николай Носков, Пелагея, Гарик Сукачев, Борис Гребенщиковтар менән хеҙмәттәшлек итеүе күпте һөйләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb